logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Яңы йыл мажаралары

Яңы йыл мажаралары

Яңы йыл алдынан Йәнтеш ауылында “Мөғжизәләр илендә,, тип конкурс иғлан ителгәс тә, ҡарҙан төрлө скульптуралар ижад итеүгә ауыл халҡы дәррәү ҡушылды. Мауыҡтырғыс һәм файҙалы эштә ауылдың олоһо ла, кесеһе лә бик әүҙем ҡатнашты. Ҡар ярҙамында серле әкиәт донъяһы һынландырылды. Ауыл урамдарын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ғына түгел, төрлө әкиәт персонаждары, шул иҫәптән Яңы йыл символы булған маймыл да биҙәй. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ әйтеме. Ҡарҙан яһалған һындар менән ауыл тотош әкиәт донъяһына сумды. Ә иң мөһиме, улар тирәһендә балаларҙың шат тауыштары тынмай. Йәнтеш оҫталарына афарин тип кенә әйтергә ҡала. Конкурста ҡатнашҡандарға Ҡыш бабайҙың иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Ә инде Гран- при Булат һәм Морат Иштановтарға бирелде. Йәнтеш оҫталары тыуҙырған ҡар һындары ҡыш буйына ауылды йәмләп торасаҡ.