logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Әсәйҙәр көнө

Әсәйҙәр көнө

Һәр ауылда бөтә әсәйҙәр көтөп алған байрам көнөнә матур саралар үтте. Бына Вәзәм ауылында ла шат йөҙҙәре балҡып торған әсәләр, дәртле балалар, һәр саҡ беҙҙе яҡлаусы ир-егеттәребеҙ ҙә мәҙәниәт йортона байрам концертына йыйылды. Яҡындарының, балаларының сығышын ихлас ҡарарға ярата ауылдаштар, шуғаламы бөгөн дә зал ауылдаштар менән тулған ине. Байрамға йәм өҫтәп, ҡотлауҙар менән ҡунаҡтар ҙа килеп етте райондан, фойела ауылдаштарҙың хәлдәрен, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһындылар. Район бошҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ишемғолов Хәлил Хужиәхмәт улы, делегаттар Кускильдин Фәрит Йомабай улы һәм Ишемгулова Миңзифа Ибраһим ҡыҙы концерт алдынан байрам манән ҡотлап, башкорт ҡоролтайы эшмәкәрлеге менән таныштырып уттеләр. Бик фәһемле һәм матур сығыштарын хуплап халыҡ алҡыштарға күмде. Шулай уҡ ҡоролтай исеменән 4 бала алып тәрбиәләусе, бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыусы, оҫта, уңған, изге йөрәкле Сурина Райхана Шәйхислам ҡыҙына бүләк тапшырып үттеләр. Ә ауыл хакимиәте башлығы Юнысов Таһир Мөғлитдин улы ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған Сурина Райхана 1 ҡыҙ, 3 малай; Сурина Фәнузә 1 ҡыҙ, 1 малай; Ҡырғыҙбаева Зөлхизә 1 малай; Сурина Фариза 2 ҡыҙ уҫтереусе әсәйҙәргә рәхмәт һуҙҙәре еткереп ҡотлау грамоталары тапшырып утте. Вәзәм ауылының ҡатын – ҡыҙҙар ойошмаһының етәксеһе Сурина Фәнүзә Фазылйән ҡыҙы ла ауылдаштарын байрам менән ҡотлап, артабан да ошолай матур йәшәргә, тырышып эшләргә, балалар тәрбиәләп үҫтерергә өндәне.
Ә инде әсәйҙәр көнөнә бағышланған концертта ауылдың һәүәҫкәр әртистәре барлыҡ һәләттәрен һалды. “Ағинәйҙәр” һәм “Вәзәм шәле” клубы ағзалары “Килегеҙ беҙҙең яҡҡа” тигән матур йыр, “Шәл өмәһе” исемле шаян бейеу ҙә башҡарып тамашасылар һөйөүен яуланы. Дәртле “Ҡолонсаҡ” һәм “Гөлнәзирә” балалар бейеүҙәрен алҡыштарға күмеп, һоҡланып балалары менән ғорурланып ҡарап ултырҙы ауылдаштары. Ә моңло тауыштары менән башҡарған Ямалетдинова Гөлирә, Кускильдина Зәйтүнә, Ҡырғыҙбаева Айгөл һәм бәләкәй һандуғасыбыҙ Илүзә Хунафинаның йырҙары күңелдәргә үтеп инде. Район ҡунаҡтары ла хуш килгән концерттан ҡәнәғәт ҡалды, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Барлыҡ ҡатнашҡан ауыл әртистәренә, килгән ҡунаҡтарға, ҡоролтай делегаттары менән осрашыуҙы ойошторошоусы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Сурина Фәнузә Фазылйән ҡыҙына, тамашасыларға клуб мөдире Гөлназ Сурина ҙур рәхмәтен белдерҙе. Концерттан һуң барлыҡ әсәйҙәр бешеренеп алып килгән кустәнәстәр менән матур табын янына йыйылып тәмле сәй эсеу ойошторолдо. Матур байрам “Әсәйҙр көнө” һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирә булып ҡалыр тип ышанабыҙ.