logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

ҠУМЫҘ ТЕЛЕ – ҠУМЫҘ СЕРЕ

ҠУМЫҘ ТЕЛЕ – ҠУМЫҘ СЕРЕ

3 ноябрь көнө Иҫәнгилде ауылында бик матур Ҡумыҙ байрамы үтте. Был сара инде был ауылдың бренд сараһына әйләнде, һәм икенсе йыл рәттән үткәрелә. Был байрамдың төп маҡсаты булып башҡорт халыҡ музыка ҡоралы – ҡумыҙҙы пропагандалау, уны һаҡлау, үҫтереү һәм киләсәк быуынға еткереү, йәш быуында һөйөү тәрбиәләү, ҡумыҙҙа уйнау серен төшөндөрөү, халыҡ моңона, сәнғәтенә ихтирамды, иғтибарҙы арттырыуға булышлыҡ итеү. Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын һаҡлау, киләһе быуындарға аманат итеп тапшырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ, тип һөйләп үтте алып барыусылар.
Ҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралдарының береһе. Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең ошо тылсымлы инструментты ҡулына алып күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә. Музыка белгесе һәм фольклорсы Л.Н. Лебединский ҙа ҡумыҙҙың, ҡурай һымаҡ уҡ, бик боронғо булыуы тураһында яҙған. Уның барлыҡҡа килеүе неолит дәүеренә, йәки б.э. тиклем 6-4 мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай. Башҡортостан археологы Нияз Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар тәпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә.
Сара барышында Гөлфиә Хәләфетдинова һәм Иршат Айытбаев ҡумыҙҙа уйнау буйынса мастер класс үткәрҙеләр, барса тамашасыны аяҡҡа баҫтырып ҡумыҙҙа уйнаттылар. Иршат Айытбаев бер-нисә минут эсендә 2 мм ҡалынлығындағы ябай ағас линейканан ҡыл ҡумыҙы эшләп, уйнап күрһәтте. Шулай уҡ Гөлсибәр һәм Гөлиә Иҫәнгилдиналар башҡарыуында ”Беләҙегем” бейеүе тамашасыларға хуш килде.
Ҡумыҙҙың ҡулланылыу өлкәһе лә сәхнә генә түгел. Уның юғары тауышлыларын шамандар трансты туҡтатыу өсөн ҡуллана.
Шулай уҡ ҡумыҙҙың дауаһы ла бик ҙур. Беренсенән, ҡумыҙ моңо, вибрацияһы баш ауыртыуын бөтөрә, ҡан баҫымын нормала тота. Милли музыка ҡоралдарында һәр кем теләге булһа, уйнарға өйрәнә ала. Бигерәк тә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау кеше һаулығы өсөн файҙалы, сөнки тын юлдарына физзарядка булып тора, бронхит, астма кеүек сирҙәрҙән дауа. Ҡумыҙҙа уйнаған кеше ҡумыҙ теле ҡалтырауын һәр күҙәнәге менән һиҙә. Был организмға ыңғай тәьҫир итә. Ҡумыҙҙа уйнаған кешенең тештәре һәм ҡаҙналары вибрациянан массаж алып тора, шунлыҡтан ҡумыҙсының тештәре һау була.
Атай-олатайҙарыбыҙҙың милли музыка ҡоралын танып беләйек, үткәндәр менән бәйләнеште өҙмәйек.