logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡаҙ өмәһе

Ҡаҙ өмәһе

Ап-аҡ ҡарҙар яуып ер өҫтөн ҡаплау менән ауылдарҙа бер-бер артлы, һәр өйҙә тиерлек, өмәләр башланды. 8 ноябрь Иҫәнгилде ауылында Сафия һәм Ҡыямитдин Хәләфетдиновтарҙың йортонда ла гөрләп ҡаҙ өмәһе үтте. Уңған хужалар оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Яңы ғына кәбеҫтәнән мул уңыш йыйып алһалар, әлеге көндә 15 ҡаҙҙы һуғымға әҙерләгәндәр. Ағинәйҙәр клубы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары өмәгә берҙәм генә йыйылдылар. Күмәк эш берҙәм генә булғас, тиҙ генә, уйын-көлкө менән бергә эште атҡарып та ҡуйҙылар. Эргәләге йылғалағы мәкелә ҡаҙҙарҙы сайып та алдылар. Ә өйҙә инде уларҙы бешкән ҡаҙ ите һәм тәмле аш көтә ине. Табында күңелле итеп аралашып, хужаларға киләһе йылда ла ҡош-ҡорттарының һәм йәшелсә-емештәренең уңыуын теләп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп таралыштылар.