logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Йома көн – изге көн

 Йома көн – изге көн

Күптән түгел Вәлит ауылында «Йома сәйе» брендлы сараһы үтте. Унда клуб хеҙмәткәрҙәре, ауыл ағинәйҙәре, ҡатындар советы,педагогия хеҙмәте ветерандары, уҡытыусылар, балалар ҡатнашты.

Сара «Шарм-Эль-Шейх-Санкт-Петербург» рейсында авияһәләкәткә осрағандар рухына аят уҡыу менән башланды. Ауылдың өлкән ағинәһе Мәмдүдә Абушахмина мәрхүмдәр рухына аят бағышланы. Педагогия хеҙмәте ветераны Зифа Йәҙеһәрова йома көнөнөң мәғәнәһе тураһында һөйләне, мөнәжәт әйтте.

Йома – Ғәйет байрамынан да олораҡ көн. Был көндө ҡауышҡандар бәхетле була. Элек уны бик ололап үткәргәндәр. Бер – береһенә сәйгә йөрөгәндәр, бутҡа бешереп саҡырышҡандар.

Уҡыусы балаларға йомала нимәләр эшләргә ярамағанлығы тураһында һорауҙар бирҙе. Улар был көндө күберәк изгелек эшләп сауап алырға кәрәклеге хаҡында тулы яуап бирҙе. Ағинәйҙар иһә мәнәжәттәр әйтеп, уны төрлө әйтемдәр менән тулыландырҙы. Улар иман-әҙәп нигеҙе булыуы хаҡында төрлө фекерҙәрен һамаҡлап, файҙалы ризыҡ, тәүфиҡлы бала, үҙенә тиң йәрең, халыҡты изгелеккә өндәгән һүҙ, аҡыл һәм сәләмәтлек тигән төшөнсәләрҙе асыҡланы. Бейеү түңәрәгенә йөрөүсе ҡыҙҙар «Йома сәйе» бейеүен башҡарып, халыҡты сәй табынына саҡырҙылар.

Сара мул сәй табыны артында йәнле һөйләшеү менән дауам итте. Унда боронғонса бутҡа ашап, сәй эсеп, йома көнөнөң тәрбиәүи әһәмиәте ҙурлығына инанып, ауыл халҡы күтәренке кәйефтә таралышты.