logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Талҡан байрамы

Талҡан байрамы

Шөкөр тимен, динебеҙ ҙә ҡайтты,
Онотолған талҡан – өҫтәлдә.
Рух ныҡлығы, быуындар бәйләнеше
Кәрәк бигерәк тә йәштәргә.

Бик шәп бит ул талҡан, ҡурмас
Тәнебеҙгә сихәт бирерлек.
“Химиялы” аҙыҡтарҙы онотоп,
Өҫтәлдәрҙе көн дә биҙәрлек.
Фәйрүзә Таймасова
Юлбарыҫ ауылында ата-бабаларҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, ҡурмас, талҡандың ни тиклем файҙалы булыуын, милли ризыҡтарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында “Талҡан байрамы” үткәрелде. Сәхнә түре башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырып биҙәлгән. Сараның башында ураҡ өҫтөн күһәтеп Лилиә Таймасова “Ураҡсы ҡыҙ бейеүен” бейене. Ураҡтар урылып, көлтәләр бәйләнгәс, ашлыҡтар урылып бураларға һалынған. Ошо ваҡытта халыҡ бер-береһенән арттырып, “Кемдеке тәмлерәк булыр” тип, ярышып ҡурмас ҡурғандар, талҡан эшләгәндәр. Был күренеште лә ауылдың әүҙем ағинәйҙәре бик матур итеп күрһәтте.
Эйе, талҡандың файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Ул организмды туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итә, матдәләр алмашыныуын яйға һала, ҡанды, күҙәнәктәрҙе ағыулы матдәләрҙән, токсиндарҙан, шлактан, рак күҙәнәктәренән, холестириндан арындыра. Тағы ла ундағы А, С, Е витаминдары организмды йәшәртә, күҙҙең күреү һәләтен арттыра, иммунитетты нығыта, кешегә көс һәм ҡеүәт бирә.
“Талҡан гүзәл заттарҙы йәшәртә” ти, беҙҙең билдәле яҙыусыбыҙ Мәрйәм апай Бураҡаева. Һеҙҙең ихтибарға матурлыҡ битлеген тәҡдим итәбеҙ. 2 ҡалаҡ һоло талҡаны, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, ҡырғыстан үткәрелгән бер алма, 2 ҡалаҡ һөт, 1 ҡалаҡ бал, 1 ҡалаҡ ваҡланған грек сәтләүеген бутарға һәм 20 минуттан йылымыс һыу менән йыуынырға. Ошондай битлекте айына берҙе эшләп торһағыҙ, 10 йәшкә йәшәреп тә китерһегеҙ.
Өҫтәлдә оҫта ҡулдар бәйләгән һәм үҙҙәре эшләгән төрлө-төрлө талҡандан күргәҙмә ойошторолған ине. Оҫтабикәләр үҙҙәренең әйберҙәре менән таныштырып һөйләп үттеләр. Ауылдаштарына өлгө булып торған Нәтижә инәй Вәхитова гармунда уйнап бик матур, халыҡсан йыр йырлап ишеттерҙе, үҙенә генә үҙенсәлекле “Самауыр” бейеүен бейене. Матур байрам күңелле аралашып сәй эсеү менән өҫтәл артында дауам итте. Балалар апай-инәйҙәр менән берлектә төрлө-төрлө уйындар уйнаны.