logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ашҡабаҡ байрамы

Ашҡабаҡ байрамы

Аҡнаҙар ауылында икенсе йыл рәттән Ашҡабаҡ байрамы үткәрелде. Былтыр улар ауыл халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы ашҡабаҡтың төрҙәре менән таныштырып үткәйнеләр. Ә быйыл иһә байрам Өлгөлө йорт хужалары Саптарьяпов Фәтҡулла һәм Миңһылыу апайҙарҙың ихатаһында үтте. Байрам башында ауылдың старостаһы Йәнғәле ағай әҙерәк ауыл тураһында һөйләп, байрам менән ҡотланы һәм “Тыуған яҡ” йырын йырлап ишеттерҙе. Быйыл ауылда иң күп ашҡабаҡ үҫтереүсе тип Ишкильдин Шәрифулла һәм Рәйсә апайҙар табылды. Улар өс йыл рәттән ашҡабаҡ үҫтереп файҙаһын күрәләр. Ҡош-ҡортҡа турап бирәләр, урталай ярып уртаһына һоло һалып атҡа ла ашаталар икән. Һуңынан Рәйсә апай ауылдың килендәре менән бергәләп ашҡабаҡ һәм дөгө ярмаһынан бутҡа бешереп ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Ҡапҡа уртаһында өҫтәлдә ашҡабаҡ ҡатнашлығында әҙерләнгән күргәҙмә ойошторолған ине. Оҫтабикә апай һәм инәйҙәр бер-береһенән арттырып төрлө-төрлө тәмлекәстәр әҙерләгәндәр. Байғужина Тәйрә апай ҡабаҡтың эсенә әҙер фарш, дөгө ярмаһы, кишер, һуған һәм башҡа тәмләткестәр һалып бик тәмле бутҡа, Әлиә Килдебаева бик тәмле итеп ашҡабаҡтан манты бешергән, Роза Юламанова үҙенең ҡайнатмаһының рецебын һөйләп үтте, Рәйсә апай Солтанова ашҡабаҡтан бик тәмле һут әҙерләгән. Байрам аҙағында күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, күмәкләшеп дәртле итеп бейеп алдылар. Киләһе йыл егәрле Аҡнаҙар ауылы халҡы беҙҙе нимә менән ҡыуандырыр икән !?!