logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ситән байрамы

Ситән байрамы

14 октябрь Иләс ауылында бренд сараһы “Ситән байрамы” булып үтте. Сара башында балалар ҡатнашлығында “Тирмәкәй” әкиәте күрһәтлде, әкиәт геройҙары ҡунаҡтарҙы ситәндән үрелгән тирмә менән таныштырҙы. Тирмә эсендә Зәйнәғәбдинова Ғәлиәнең һәм башҡа оҫта ҡулдарҙың күргәҙмәһе ойошторолған ине. Артабан ағинәйҙәр һәм килендәр бергәләп Әсмә Мәүли ҡыҙының “Ситән” уйынын сәхнәләштерҙе. Уйын барышында Рүзилә Шәрипова матур итеп бейене, Нәжиә Асҡарова матур йыр йырлап ишеттерҙе, тағы Рәхимә Шәрипова күңелле таҡмаҡтар башҡарҙы, ә инде клуб мөдире Зилә Шәрипова ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе. Ауыл хәҡимиәте башлығы Хәйепйән Мәхмүтйән улы Шәрипов халыҡты, саҡырылған ҡунаҡтарҙы ҡотланы, шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова ҡотлау һүҙҙәрен әйтте.