logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Республика көнө

Республика көнө

«Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил- үҙенең тауҙары,

Икенсеһе далалары, өсөнсөһө – һыуҙары,

Дүртенсеһе – урмандары менән дан тота.

Ә Башҡортостан иһә бөтәһе менән дә мәшһүр»

Халыҡ шағиры Мостай Кәрим юҡҡа ғына ошо юлдарҙы яҙмағандыр. Ысынлапта, ожмахҡа тиң шул беҙҙең Башҡортостаныбыҙ.

11 октябрь Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған йәрминкә булып үтте. Йәрминкәлә ололар, шулай уҡ уҡыусылар ҙа бик теләп ҡатнаштылар.

Һатыуҙа май, корот, ҡыҙыл, аҡ эремсектәр, төрлө салаттар, бешерелгән ҡамыр ризыҡтары менән бер рәттән сигелгән, бәйләнгән кофта, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр ҙә һатылды.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сәй табыныла байрамға йәм генә өҫтәп ебәрҙе. Ауыл халҡы рәхәтләнеп тәмлекәстәр менән сәй эсеп, дәртле бейеү көйҙәренә бейеп күңел астылар. «Күгебеҙ һәр ваҡыт аяҙ, атҡан таңдарыбыҙ тыныс булһын» тигән изге теләктәрен әйтеп таралыштылар улар.