logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Оло быуынға – оло хөрмәт

Оло быуынға – оло хөрмәт

Ошо арала Иҫәнгилде ауылында бер ай дауамында барған шәфҡәтлелек айы тамамланды. Сентябрь башында мәктәптә директор урынбаҫары Г.Й. Ниғәмәтуллина Шәфҡәтлелек айы башланыуы тураһында иғлан иткәйне. Һәр класс уҡыусыларына, уҡытыусыларға төрлө саралар үткәреү бүлеп бирелде. Айлыҡ ҡыҙыу темпта барҙы. «Ярҙам ҡулы һуҙ» акцияһы шефлыҡҡа алған ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙыу, хәлдәрен белешеү менән үтһә, ҡайһы бер уҡыусылар өләсәй-ҡартатайҙарының һүрәтен төшөрөп ярышты. Аҙна һайын хеҙмәт ветерандары менән осрашыу үткәрелде. «Оло быуынға – оло хөрмәт» исемле өс телдә иншалар яҙылды. Мәктәп музейында «Районымдың, ауылымдың арҙаҡлы кешеләре» исемле мөйөш булдырылды. Яҡшылыҡ, шәфҡәтлелек тураһында китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.
1 октябрь – Ололар көнө булыу айҡанлы «Ысын күңелдән» исемле музыкаль кисә ойошторолдо. Сара башында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ә.М.Айытбаева һәм мәктәп директоры Х.Ҡ.Исхаков юбилярҙарҙы ҡотлап бүләктәр тапшырҙы. Хеҙмәт һәм тыл ветерандарына уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары күрһәтелде, байрам сараһы мәктәп ашханаһында улар өсөн әҙерләнгән тәмле аш һәм сәй табыны менән тамамланды. Ололар ошо байрамды ойоштороусыларға һәм һыйлаусы ҡыҙҙарға рәхмәттәрен белдереп, изге теләктәр теләп, ҡыуанышып таралыштылар.