logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Алтын тирмә” бәйгеһе

Алтын тирмә

Ғәлиәхмәт ауылында байрам алдынан ихаталарҙы, урамды таҙартыу, тәртипкә килтереү өсөн ауыл хакимиәте тарафынан өмәләр ойошторолдо. Ауыл халҡы дәррәү генә йорт – ҡура, баҡса тирәләрен таҙартты, З.Вәлиди урамында ҡороған ағастарҙы ҡырҡыу, йыйыштырыу эше башҡарылды.

10 октябрь көнө Башҡортостан Республикаһы көнө айҡанлы мәктәптә “Алтын тирмә” бәйгеһе үткәрелде. Йыйылған ауыл халҡын Аҡъюл ауыл хакимиәте башлығы Б.И. Илбәков, мәктәп директоры З.З. Теләүғолов байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен белдерҙә.

Бәйгелә бишәр кешенән торған өс команда ҡатнашты. Ауылдың урта йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарынан хужабикәләр, һатыусылар, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, йыйыштырыусылар уйында бик ихлас ҡатнаштылар. “Гүзәллек”, “Дуҫлыҡ”, “Флтын бишек” тип исемләнгән команда ағзалары башҡорт халҡының көнкүреше, тарихи үткәне, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәбиәте буйынса һорауҙарға яуап эҙләне, халыҡтың ауыҙ – тел ижадына ҡағылышлы эштәрҙе үтәне.

Уйын барышында бәйгеселәр баш ватып ҡына ултырманы, йырлап – бейеп тә алдылар, күңелле генә бәләкәй сәхнәлштереү ҙә күрһәтергә өлгөрҙөләр. Уларға ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел ине, сөнки ҡайһы берәүҙәр тәү тапҡыр кеше алдында сығыш яһауына ҡарамаҫтан, хәс тә әртис тиерһең, бик килештереп уйнай, бейей, йырлап та ебәрә. Хатта ауылдаштар уларҙың шундай таланты бар икәнлегенә аптырап һоҡланып ҡуйҙылар. Афарин, апайҙар, еңгәйҙәр, һеҙҙең дәртләнеп ошондай уйында ҡатнашыуығыҙ үҙе еңеү, оло ҡыуаныс, рәхмәт, һеҙгә.

Бәйге тамамланғас , бешереп килтергән тәмлекәстәр менән ашханала сәй эсеп, күңелле аралашып, бәйгене ойоштороусы мәҙәниәт йорто мөдире Рәйлә Әхмәт ҡыҙы Байғусҡароваға рәхмәт белдереп таралыштылар.