logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Йәшәләһе йылдар алда әле, йырланмаған йырҙар бар әле…

Йәшәләһе йылдар алда әле, йырланмаған йырҙар бар әле

«Ғүмерҙәрҙе оҙон юлдар һанай,

Һанай уны сәғәт минуттар,

Ғүмерҙән дә оҙон ниҙәр бар һуң.

Ғүмерҙәндә ҡыҫҡа ниҙәр бар.

Ғүмер берәү, икәү түгел ,ғүмер.

Йәшендәрҙәй кәрәк йәшнәргә,

Шул,ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,

Йәшәргә лә әле, йәшәргә.» -ошондай матур, йөкмәткеле йыр менән башланып китте ололар көнөнә арналған, «Йәшәләһе йылдар алда әле, йырланмаған йырҙар бар әле» исемле кисәбеҙ. Антингән ауылы биләмәһе хәкимиәте башлығы Сурина Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы инәй, олатайҙарҙы байрам менән ҡотлап, уларға иҫәнлек, һаулыҡ теләне.

Шулай уҡ үҙҙәренең күркәм 65,70,75,80 йәштәрен тултырыусы юбилярҙарға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Ветерандар советы рәйесе Кужахметова Хәкимә Әйүп ҡыҙыла оло быуын кешеләрен ҡотлап матур теләктәрен еткерҙе.

Быйылғы йылдың «Иң матур ихата» конкурсына йомғаҡ яһап еңеүселәр билдәләнде. Улар Мәрхиә апай һәм Ринат ағай Моталовтар һәм яңғыҙ йәшәуенә ҡарамаҫтан сәскәләр үҫтереп ишек алдын гөл-баҡса иткән Мөҙәрис ағай Искужинға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән байрам концерты барыһының да күңеленә хуш килде.

Ололар байрам уңайынан әҙерләнгән мул табынға, кисәне ойоштороусыларға рәхмәттәрен әйтеп, үҙҙәрен хөрмәтләгәндәре өсөн ҡәнәғәт булып таралыштылар.