logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Хәйбулла мөнәжәтселәре – беренсе!

Хәйбулла мөнәжәтселәре-беренсе!

Мөнәжәт- ислам тәғлимәттәрен нәфис һүҙгә теҙеп әйтелеүсе көйлө доға, Аллаһы берҙе данлаусы, Пәйғәмбәрҙе һәм унын хәҙистәрен әҙәми затҡа монлап еткереүсе, тәүбә һәм тәүфиҡҡә өндәүсе илаһи шиғыр.

29 сентябрь көнө Сибай ҡалаһында III асыҡ ҡала мөнәжәтселәр бәйгеһе үтте. Бәйгенен ойоштороусылары БР Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты , “Ағинәй” йәмғиәт ойошмаһы , Сибай ҡала хакимиәте мәғәриф бүлеге, Сибай ҡалаһынын “Ағинәйҙәр” ҡоро, байрамдын унышлы үтеүенә күп көс һалған.

Бәйгенен мәртәбәһен арттырып, сит Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Магнитагорск ҡалаһынан байтаҡ мөнәжәтселәр килгән ине. Бынан тыш, үҙебеҙҙен республиканан Баймаҡ, Күгәрсен, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла һәм Сибай ҡалаһынан йөҙҙән ашыу мөнәжәтсе ҡатнашты.

Беҙҙен район беренсе асыҡ ҡала мөнәжәтендә үк унышлы сығыш яһап, бәйгеһенен төп енүселәре – Гран-приға лайыҡ булғайнылар, ә шәхси беренселектә Әбеш аулынан 87 йәшлек Ғәлиә инәй Ибраһимоваға төп бүләк, енеүсе бүләге тпашырылғайны. Быйылғы йылда, беҙҙен райондан: Әбеш ауылынан Ибраһимова Ғәлиә, Ҡыҙрасова Вәлимә, Әбүбәкер ауылынан Сынбулатова Зилә, Урыҫбайҙан – Закирова Фәнисә, Иҫәнгилденән- Хәләфетдинова Сафия, Юлбарыҫтан- Вәхитова Нәтижә апайҙар һәм Юнусов Илдар, Ишемғолова Минзифалар катнашлығындағы мөнәжәтселәр юғары кимәлдә сығыш яһап, мөнәжәт һөйләү өлгөһе күрһәтеп, баһалама ағзаларынын юғары баһаһын алыуға өлгәштеләр.

Һөҙөмтәлә, беҙҙен район – беренсе, шәхси беренселектә Илдар Юнусов, Минзифа Ишемғоловалар – өсөнсө дәрәжәләге лауреаттар, Закирова Фәнисә, Вәхитова Нәтижә, Ибраһимова Ғәлиә инәйҙәр бәйге дипломанттары булдылар.