logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Мәҙәниәттә уҙған ғүмер

Мәҙәниәттә уҙған ғүмер

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ололар көнөнә арналған «Мәҙәниәттә уҙған ғүмер» тип исемләнгән бик матур сара булып үтте. Байрамға, оҙаҡ йылдар ошо мәҙәниәт йортонда эшләгән, шунан хаҡлы ялға сыҡҡан, хәҙер инде сәстәренә сал ҡунһала, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән апайҙар саҡырылды. Арсланова Фәниә апай үҙенең 35 йыл ғүмерен сәнғәткә арнаған, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған бер саранан да ҡалмай, һәр ваҡыт сәхнә түрендә. Моталова Мәҙинә апай 15 йыл китапханала эшләй. Шулай уҡ Моталова Зөлфиә апайҙа 10 йыл китапханасы була. Искужина Ғәшүрә инәй 10 йыл йыйыштырыусы булып эшләй. Байгускарова Ғәрифә инәй оҙак йылдар Мәҙәниәт йортон йылытыусы була. Ул: «Мин эшләгән йылдарҙа күмер яғып йылыта инек» – тип хәтерләй. Ғүмерҙәрен мәҙәниәткә арнаған апайҙар менән әңгәмәләшеү йәмле табын артында барҙы. Уларҙың һәр-береһенеңдә хәтерләр, һөйләр һүҙҙәре күп ине. Ә инде Фәниә апай Арсланова башҡарыуында моңло йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтар баянға ҡушылып үҙҙәрелә бейешеп, йырлашып алдылар. Байрам сараһы барыһына ла бик оҡшаны. Улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәрен әйтеп таралдылар.