logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Алтын көҙ” байрамы

«Алтын көҙ» байрамы

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда өлкәндәр өсөн «Алтын көҙ» байрамы үткәрелде. Был сарала сәскә үҫтерергә яратыусылар, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, ғөмүмән матурлыҡҡа битараф булмаған оло йәштәрҙәге инәй, апайҙар ҡатнашты. Ысынлапта баҡса ултыртыу, уны үҫтереү еңел эш түгел. Ул иртә яҙҙан башлана, көҙгәсә дауам итә. Ижади һәләт, физик көс, баҡса үҫтереү нескәлектәрен белеүҙе талап иткән мөһим эш. Өлкән булыуҙарына ҡарамаҫтан һәр ҡатнашыусы байрамға үҙенсә әҙерләнгән. Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән төрлө композициялар ҙа, баҡсаларында үҫтергән йәшелсәләрҙән ҡыҙыҡлы һындарҙа эшләгәндәр, һәм уларға исемдәр биргәндәр. Мәҫәлән, “Кейәү менән кәләш”, “Дуҫ булайыҡ”, “Көҙгө һағыш”, “Үҙеңә һулырға ирек бирмә”, “Әхирәттәр”, “Ағинәйҙәр”, “Сәскәләр батшабикәһе”. Шулай уҡ төрлө-төрлө салаттар, бәлештәр байрам өҫтәленең йәме генә булып торҙо. Кисәлә апайҙар көҙ темаһына арналған йомаҡтар систеләр, мәҡәлдәр әйттеләр.Төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа актив ҡатнаштылар.Ә инде Көҙһылыу булып кейенгән Рәйсә апай Моталова байрамға йәм өҫтәне. Кисә аҙағында иң яҡшы эштәргә урындар билдәләнде.

3-сө урын Моталова Гөлнур апай,

2-се урын Иштанова Зөһрә апай,

1-се урын Искужина Гөлбикә апайға бирелде.

Ә инде Гран-при бер тауыштан Иштакбаева Клара апай яуланы.

Байрам аҙағында апайҙар үҙҙәре әҙерләп килтергән тәмлекәстәр менән күңелле итеп сәй эстеләр. Байрам барыһына ла бик оҡшаны..