logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Айыулы ауылында таҡтаташ асыу тантанаһы

Айыулы ауылында таҡта таш асыу тантанаһы

Асыуланма миңә, тыуған ерем,

Алыштырҙың тиеп сит ергә.

Оҙаҡ ҡайталмаһам, һағышланып,

Ҡушып йырлайым һине һәр йырға.

Һәр бер кеше үҙенең тыуған яғын һөйә, үҙенсә ҙурлай. Кеше ҡайҙа ғына булмаһын, уның йөрәге һәр ваҡыт тыуған йорто урмандарына, ҡырҙарына, сикһеҙ далаларына тартыла. Һәр кемгә үҙенең тыуған яғы яҡын, сөнки кешенең тыуған ере берәү генә була.

Хайбулла районы Айыулы ауылында таҡта таш асыу тантанаһы булып үтте. Был сараға тамарҙары ошо ауылдан сыҡҡан барлыҡ ауылдаштар йыйылды.Халыҡтың күплеге әүҙем булыуы күптәрҙе хайран итте. Һуғышҡа китеп ҡайта алмағандар «Үлмәҫ полк» булып тыуған ерҙәренә ҡайттылар.

Айыулы ауылының тарихын Таулыҡаева З. Ш. Һөйләп утте. Һәйкәлде асыу өсөн һүҙҙе Һамар ауыл хакимиәте башлығы Файзуллин В.М. һәм Ветерандар советы рәйесе Гайнуллин К.Н. бирелде. Шулай уҡ Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Ибрагимов Р.Х., Башҡортостан республикаһының,Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты, Буребай тау байыҡтырыу комбинаты Аблаев Рөстәм Борһанетдин улына, Айыулы ауылының берҙән-бер ветераны Таулыҡаев Ҡ.А. һәм ҡунаҡтарға һүҙ бирелде.

Артабан сараны һәүәҫкәр артистар дауам итте. Концерт бөткәс ҡунаҡтар сәй табынына саҡырылды