logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Матурлыҡ илендә

Матурлыҡ илендә

Күрә белһәң, һәр нәмәлә матурлыҡ табырға мөмкин. Ҡарап торғанда ҡапыл күҙгә салынырлыҡ матурлығы булмаһа ла, кемдеңдер көлөүе йәки йылмайыуы шул тиклем һөйкөмлө, йә булмаһа матур итеп атлап китеүе, кешеләр менән күңелле итеп аралашыуы шунда уҡ үҙенә йәлеп итә.
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда уҡыусылар өсөн Халыҡ-ара матурлыҡ көнөнә арналған ,,Матурлыҡ илендә” исемле кисә булып үтте. Матурлыҡтың сере нимәлә һуң, матурлыҡтың сере ябайлыҡта икәнен оноторға ярамай, тигән матур һүҙҙәр менән кисә башланып китте. Кисә матурлыҡ темаһына арналған күңелле уйындар, дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Кисә һуңында иң актив ҡатнашҡан уҡыусыларға номинациялар бирелде. Гүзәлиә Байгужина ,Зөһрә Искужина, Гөлзифа Ишкилдина кисәбеҙҙең ,,Иң оҙон сәсле ҡыҙҙары,, номинацияһында еңеүсе булдылар. Ә Таһир Искужин “Оҫта прическа эшләүсе”, Тимур Ишкилдин кисәнең ,,Иң оҫта бейеүсеһе”, ә Милиана Аминева “Иң дәртле бейеүсе” тип танылды. Кисә аҙағында күмәкләшеп флешмоб бейеү барыһына ла бик оҡшаны.