logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тиҙәк һуғыу

Тиҙәк һуғыу

Ут-ялҡын – ул йәшәү сығанағы.
Ут-ялҡын – ул туҡлыҡ, бәрәкәт.
Ут дөрләһен мәңге аҡ мейестә
Яҙһын һәр саҡ йәшәргә рәхәт.

24 август көнө Әҙел ауылында оло байрам үтте. Бында ауылдың ағинәйҙәре ҡунаҡтар йыйып тиҙәк һуғыу йолаһын күрһәтергә йыйылдылар. Тиҙәк һуғыу йолаһы был төбәктә юҡ ерҙән генә бар булмаған. Әҙел ауылы сал далала урынлашҡанлыҡтан, торлаҡ йорттарҙы йылытыу ата-бабалар өсөн ниндәйҙер кимәлдә ауырлыҡтар тыуҙырған. Утын мәсьәләһен хәл итеү өсөн урманлы төбәктәргә юлланыу һәр кемдең дә хәленән килмәгән. Тормош үҙе алға ҡуйған проблеманан ерлектәге халыҡ бүтән төрлө юлдар аша ла сыҡҡан. Тиҙәк һуғыу – йылылыҡ сығанағы булдырыуҙың иң киң таралған, иң ҡулайлы, иң ябай, иң арзанлы юлдарының береһе булып ҡалған.

Бөгөн ана шул ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, инде онотолоп бөткән “Тиҙәк һуғыу” йолаһы аша Әҙел ауылының ағинәйҙәре ауыл халҡында йолаларға, тарихҡа ҡарата ихтирам уятыу, ауыл менән берҙәм булып уртаҡ эш башҡарыу, үҙ-ара татыулыҡтың ни тиклем оло әһәмиәткә эйә булыуын маҡсат итеп ҡуйҙы. Шулай уҡ эш барышындағы йыр-моңдарҙың тәрбиәүи яҡтан көсөн дә сағылдырырға, килгән ҡунаҡтарҙың йөрәктәренә ниндәйҙер йылылыҡ, ялҡын һалырға ниәтләнде. Тиҙәк һуғыу йолаһы тураһында, уны ойоштороуҙың изге маҡсаттары тураһында Әҙел ауылының ағинәйҙәренең старостаһы Рәмилә Фәтих ҡыҙы һөйләп үтте:

“Көндәлек тормошта иң кәрәклеһе, әлбиттә ут, йылылыҡ. Беҙҙең ата-бабаларға йылылыҡ сығанағын булдырыу бик еңелдән булмаған. Халыҡ мәҡәлендәгесә “Кәрәк тирәкте йыҡтыра” тигәндәй, тиҙәк һуғыу ҙа кәрәклектән барлыҡҡа килгән мөһим ут сығанағы ул. Әлбиттә, был онотолған эште ауыл халҡы яңғыҙ ярым ғына башҡармаған. Кәбән-кәбән тиҙәк өйөмдәрен булдырыу өсөн тотош ауыл халҡы йорттан-йортҡа йөрөп өмә ойошторған. Ә нисек башҡарылған һуң был күмәк көс менән атҡарылған эш? Һыйыр малының тиҙәген ҡыш буйы йыйып барып, йәйге айҙарҙа соҡор ҡаҙып, унда тиҙәк һалып, һыу һалып, һалам өҫтәй-өҫтәй уны яҡшы итеп ат менән баҫтыралар. Өлгөргән тиҙәк үҙенән-үҙе йомарланып ҡушылып ҡына тора ул. Бына шул массаны бөтә ауыл халҡы тиерлек, бала-сағаһына тиклем бергәләшеп ағастан яһалған ҡалыптарға һалып матур итеп кирбесләп бүлеп, 3-4 тапҡыр әйләндереп-әйләндереп ҡояшта киптереп алғандар. Был эште, бөтә ауыл менән башҡарылғанлыҡтан, бик еңел, күңелле булған. Бигерәк тә өмәгә барыр өсөн балалар атлығып торғандар, сөнки уларҙы, эш тамамланғандан һуң, тәмле майлы дөгө ярмаһы менән һыйлағандар. Эш, әлбиттә, йыр – моңһоҙ ғына бармаған. Йыр-моң, таҡмаҡтар, әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр һөйләү менән дауам иткән. Шулай итеп, балалар бер уңайҙан, эшкә лә өйрәнгәндәр, халыҡ ижадының ҡомартҡылары менән дә танышҡандар, рух бөтөнлөгөнә, рух ныҡлығына ла килгәндәр”.

Артабан килгән ҡунаҡтар, ауылдаштар тиҙәк һуғыу йолаһы күренешен ҡаранылар. Беҙҙең башҡорт халҡы бер эште лә фәтихаһыҙ башламаған, тиҙәк һуғыу өмәһе лә уңай ғына барһын, эш ырамлы булһын өсөн Рима апай Ҡотоевана ла был изге эшкә фәтихә бирҙе. Шулай итеп, тиҙәк һуғыу өмәһенең күренешен күрҙек, эштең яйына төшөндөк, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар алдыҡ.
Ысынлап та беҙгә үҙ йорттарыбыҙҙа ғаиләбеҙҙе ризыҡтар менән, йылылыҡ менән тәьмин итер өсөн ут-ялҡын сығанағы кәрәк булған, кәрәк һәм кәрәк буласаҡ та. Әҙел ауылының иң уңған, иң егәрле, иң тырыш кешеләре хеҙмәте менән тиҙәк һуғылды, һәм йыйылған ҡунаҡтарға йорт хужабикәһе Сәғилә апай тиҙәктән һуғып әҙерләнгән брикет менән ҡаҙан аҫтына ут яғып дөгө бутҡаһын да бешереп күрһәтте.

Ауылдаштарыбыҙ менән
Үткәрәбеҙ өмә беҙ.
Тиҙәк һуғып өйәбеҙ
Йылы булһын өйөбөҙ.

Шулай итеп, бөгөн беҙ ата – бабаларыбыҙға, ил – йортҡа йылылыҡ, туҡлыҡ, муллыҡ, йәшәү ялҡыны биргән тиҙәктән яһалған утын-брикет тураһында байтаҡ нәмәләр белдек, тиҙәк утыны тураһында балалар ҙа бик күпте күрҙеләр, белделәр. Ул булһынмы – электр уты, йә булмаһа утын, йә газмы – тик ризыҡтарыбыҙ утта бешеп торһон, торған йорттарыбыҙ йылы булһын!

Хеҙмәт аша изге маҡсатҡа ынтылыуҙың һөҙөмтәһе һәр ваҡытта тиерлек емешле, уңдырышлы була. Бына бөгөнгө көндә лә Әҙел ауылының береһенән – береһе уңғаныраҡ ағинәйҙәре, ҡатын – ҡыҙҙары, балалар, ағай – олатайҙар бик матур, күркәм йола “Тиҙәк һуғыу” өмәһен күрһәтеп, һәр эштең дә нигеҙендә татыулыҡ, берҙәмлек тора икәнен тағы ла бер тапҡыр инандырҙылар. Балалар, үҫеп килгән йәш быуын, үҙ күҙҙәре менән беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйешен тоҫмалланы, тырышлығын баһаланы, дуҫлыҡтың ҡәҙерен аңланы. Бына былар барыһы ла уларҙың хәтерендә ғүмерлек тороп ҡаласаҡ. Уларҙың һөҙөмтәһе тимәк алдағы көндәрҙә ҡасандыр,ҡайҙандыр ҡалҡып сығасаҡ!