logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Иләстә тормош ҡайнай

Иләстә тормош ҡайнай

12 июнь көнө Иләс мәҙәниәт йортонда Рәсәй көнөнә арналған балалар өсөн сара үткәрелде. Балалар ”Рәсәй буйлап сәйәхәт” һәм “Рәсәй ҡалалары” тип аталған презентациялар ҡаранылар. “Рәсәй буйлап” тип аталған КВН үткәрелде. Сара аҙағында һүрәттәр конкурсы үткәрелде.
17 июндә тәрбиәселәр менән берлектә балалар тәбиғәткә экскурсияға сыҡты. “Йәшел аптека” темаһына һөйләшеү барышында балалар тау битләүендә үҫкән күп үләндәрҙең дарыу үләндәре икәненә инандылар.Тирә-яҡты, ҡоштарҙы күҙәттеләр, тәбиғәткә бәйле йомаҡтар систеләр, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр.
22 июнь тиҫтәләрсә миллион ҡорбан алған һуғыш башланған көн. Был көндө һәйкәл янына балалар, ололар йыйылды. Ветерандар советы рәйесе З.Ғ.Ҡунаҡасова, клуб мөдире З.С.Шәрипова сығыш яһап, һуғыштың ниндәй ҡот осҡос бәхетһеҙлеккә килтергәнен, халҡыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығын онотмаҫҡа кәрәклеген әйтеп үттеләр. З.С.Шәрипова Г.Ситдиҡованың “Иң ҡыҫҡа төн” шиғырын уҡыһа, 4-се синыф уҡыусыһы Баязит Шәрипов ҡартатаһы һуғыш ветераны мәрхүм Туҡбаев Ғәрифйән Сабирйән улы тураһында һөйләне. Сара аҙағында балалар һәйкәлде тәртипкә килтерҙеләр, сәскә һалдылар.