logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Кәкүк сәйе

Кәкүк сәйе

19 июнь көнө Юлбарыҫ ауылы Ҡоҙоҡ һырты урманында “Кәкүк сәйе” үткәрелде. Был байрамда Һамар һәм Быҙаулыҡ ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре ҡатнашты. Сара башында китапханасы Хөсәйенова Л.Ф. һәм ағинәй Иҫәнбаева Ф.Ғ. ни өсөн байрам “Кәкүк сәйе” тип аталыуы һәм риүәйәттең икенсе варианты менән таныштырып үтте. Һүҙ артынан һүҙ сығып байрамда ҡатнашыусылар төрлө шиғырҙар һөйләнеләр, матур йырҙар йырланылар, ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ йомаҡтар ҡойоштолар, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар.
Ашнаҡсылар бешергән тәмле ашты ашап алғас, Вәхитова Нәтижә инәй мөнәжәт әйтте. Быйылғы йәй ямғырҙар аҙ яуғанлыҡтан, байрамға йыйылған инәйҙәр “Ямғыр теләп” тә өлгөрҙөләр. Һуңынан яҡшы теләктәр теләп ағас төбөнә һөт һәм ҡатыҡ ҡойҙолар. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, матур байрам үткәргәнгә рәхмәттәр әйтеп, илебеҙҙең ҡото һәм йәме булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, киләһе осрашҡанға тиклем һаубуллашып таралыштылар.