logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Уррррааааа! Каникул!

Уррррааааа! Каникул!

 

1 июнь көнө Гәлиәхмәт ауылында “Балаларҙы яҡлау көнө”нә һәм уҡыу йылы тамамланыуға арналған күңелле уйын программаһына утыҙлап бала йыйылды. Бында тик ғәлиәхмәттәр генә түгел, каникулға өләсәйҙәре янына ситтән килеүсе балалар, мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа байтаҡ ҡына ине.
“Эш бөткәс, уйнарға ярай”, тигән мәҡәлдәгесә, балалар оҙайлы уҡыу йылынан һуң, бөтә уҡыу мәшәҡәттәрен онотоп, рәхәтләнеп ял итергә йыйылды. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Байғусҡарова Рәйлә Әхмәт ҡыҙы ойошторған төрлө конкурстар, ҡыҙыҡлы уйындар, флешмоб барыһының күңеленә хуш килде. Балаларҙың шат тауыштарынан, уйын – көлкө, йыр – бейеүҙән майҙансыҡ гөрләп торҙо. Байрам башланғас, бергәләп беҙгә йәйҙе килтереүсе ҡояшты сәләмләп, уға рәхмәт әйтеү, “ҠОЯШҡа һөйөү ебәреү йолаһын” үтәнеләр. Рәйлә Әхмәт ҡыҙы балаларҙы байрам менән ҡотлап, күңелле ял, сәләмәтлек теләп, йәйге көндә саф һауа, һыу, ҡояш менән нығыраҡ дуҫлашырға саҡырҙы. Ике сәғәт буйына барған байрам тамамланғас та әле балалар, “тағы ла уйнамайбыҙмы ни, ҡасан тағы киләбеҙ”, тип ҡайтырға ашыҡманы. Бигерәк тә флешмоб, наказлы уйындар, һәр үтәлгән наказ өсөн тәмле приздар алыу, дискотека күңелле булды. Балалар алда туҡһан ике каникул көндәре, тағы ла үткәреләсәк саралар көтөүенә һөйөнөп таралышты. Йәйге ял күңелле һәм файҙалы үтһен!