logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Кәкүк сәйе

Кәкүк сәйе

30 май көнө Һаҡмар Наҙарғол ауылы халҡы Һаҡмар буйына “Кәкүк сәйенә“ сыҡтылар. Ололар балаларға, йәштәргә кәкүк ҡошо тураһында һәйләнеләр. Әҙәбиәт йылына айҡанлы һәр береһе кәкүккә арнап шиғырҙар ижад иттеләр. Балаларҙан иң матур шиғыр Айгизә Юнысованыҡы булһа, тетрәндергес, эстәлекле һәм фәһемле тип Фәнүзә Юнысованыҡы табылды. Төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа бөтәһе лә актив ҡатнашты. Кәкүк, ҡоштар тауышын тыңлап күмәкләшеп самауыр тирәләй һөйләшеп, көлөшөп сәй эсеүҙәре бигерәк күңелле булды. Күк йөҙөбөҙ аяҙ, киләсәк тормошобоҙ яҡты матур булһын тип теләктәр теләп, аят бағышлап һәр береһе өйҙәренә күтәренке кәйеф менән таралышты.