logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Рух һүнмәһә, моң һүнмәҫ

Рух һүнмәһә, моң һүнмәҫ

Ошо һүҙҙәр ысын мәғәнәһендә легендар “Рух” рок төркөмөнөң алыштырғыһыҙ етәксеһе, күренекле үҙешмәкәр композитор, йырсы Ирек Атановҡа бағышланған. Ошо көндәрҙә Ирек Атановтың юбилейы айҡанлы район мәҙәниәт йортонда күп йылдар уның ижадына тоғро ҡалған иҫәпһеҙ-һанһыҙ тамашасыларын йыйып, ижад кисәһен уткәрҙе. Кисә барышында ул ижад иткән йырҙар ғына башҡарылды. Иректең йырҙарын башҡарған районыбыҙҙың һәүәҫкәр йырсылары Урал Аҡъюлов, Гөлфиә Хәләфетдинова, Азат Искужин, Сәриә һәм Юлай Аскаровтар менән бер рәттән уның “Юлдаш -2015” телевизион конкурсы финалисы, “Йырға тоғролоҡ” номинацияһы дипломанты, бер туған апайы Фәниҙә Атанова, Ейәнсура районының моңло тауышлы һандуғасы Хәлиҙә Ҡолшариповалар сығыш яһаны. Байрамдың иң юғары нөктәһе булып күптән танылып, тамашасы һөйөүен яулаусы легендар “Рух ” төркөмөнөң сығышы булды.

Йырҙар ижад иткәндә Ирек Нәсибулла улы Атанов бик күп шағирҙарҙың ижадына мөрәжәғәт итә. Шулар араһында иң ҙур урынды Ейәнсура районы һылыуы, йәш , күренекле шағирә , “Йәшлек” газетаһы хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова ҙур урын алып тора. Улар бергәләп егерменән ашыу йыр ижад иткәндәр. Әйткәндәй, улар ижад иткән “Нәфрәт” йыры менән Ирек Нәсибулла улы быйылғы йыл Мәләүез ҡалаһында үткәрелгән төбәк-ара үҙешмәкәр композиторҙар конкурсында 2 дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.

Районыбыҙҙа үткәрелгән барлыҡ саралар ҙа Ирек Атанов ижад иткән көйҙәрһеҙ, йырҙарһыҙ үтмәй. Ул яҙған көйҙәргә район мәҙәниәт йортоноң “Сиҙәм” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейей. Шулай уҡ күп йылдар мәҙәниәт йортонда уңышлы эшләп килгән “Таналыҡ” халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙә ул ижад иткән көйҙәр менән музыкаль яҡтан биҙәлә.