logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Еңеүгә 70 йыл

Бөйөк Еңеүгә 70 йыл

6 май көнө Акъяр ауылында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур сара булып үтте. Байрам бер-нисә блоктан торҙо: һуғышҡа оҙатыу, һуғыш осоро, ял минуттары, әҙәби флешмоб һәм еңеү көнө Аҡъяр ауылы урамдарында бер-нисә урында күрһәтелде. Һуғышҡа оҙатыу осорон күрһәтеүҙә Сәғит ауылының һәүәҫкәр әртистәре лә ҡатнашты.
1941 йылдың эҫе июнь айҙары, ерҙә тыныслыҡ, бесән өҫтө … Шул саҡ радионан бөтә халыҡ Левитандың көслө тауышынан ҡәһәрле һуғыш башланыуын ишетә. Барса халыҡ туҡтап ҡала … Әсәләр иптәштәрен һәм улдарын һуғышҡа оҙатырға әҙерләнә …
Һуғышҡа оҙатҡанда әсә изге улына бер телем икмәк тешләтеп, ҡалған киҫәген аҡ яулыҡҡа урап, улының һау-сәләмәт һуғыштан әйләнеп ҡайтыуын теләп һалып ҡуя. Ә инде өләсәһе үҙенең ейәненә тыуған еренең бер ус тупрағын моҡсайға һалып “Тыуған ереңдең тупрағы һине кире тыуған ереңә һау-сәләмәт тартып алһын” тип тапшыра … 9 май көнө ошо уҡ театрлаштырылған мәҙәни сараны Сәғит ауылы халҡы ла бик яратып ҡараны.