logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

ХӘТЕР – МӘҢГЕЛЕК

ХӘТЕР – МӘҢГЕЛЕК

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арналған Хәтер – мәңгелек тип аталған хәтер кисәһе үтте. Был кисә ауылдағы Торомтаевтар, Таулыҡаевтар, Арслановтар, Тагировтар, Ултраковтар ғаиләһенең, яуҙа ятып ҡалған һәм шулай уҡ һуғыштан иҫән ҡайтып та, тыныс тормошта йәшәп үлгән атайҙарының, олатайҙарының, ҡартатайҙарының яҡты иҫтәлегенә арналды.

Әлеге ваҡытта беҙҙең арала булмаған, әммә беҙгә тыныс тормош буләк иткән ауылдаштарыбыҙға мәңге бурыслыбыз! Улар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың йәшлектәрен, бала саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урланы, шулайҙа улар беҙгә тыныс тормош буләк иттеләр. Уларҙың яҡты иҫтәлектәрен барлау киләсәк быуынға ҡалдырыу беҙҙең бурыс!