logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Һалдат әсәһе

Һалдат әсәһе

Иҫәнгилде ауыл клубының “Бөрйән” театр коллективы Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Театр рампаһы” тип аталған район фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Н.Асанбаевтың “Һалдат әсәһе“ драмаһын күрһәтеп “Бөрйән” коллективы “Иң үҙенсәлекле әҫәр” номинацияһын яуланы, диплом һәм 1000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
8 апрель көнө күршеләргә – Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылына дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында, ошо спектакль һәм Еңеү байрамына арналған концерт программаһы менән сығыш яһанылар. Ишмөхәмәт ауылы халҡы ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршы алдылар, тағы ла килеүҙәрен һорап ҡалдылар. Шундай йөкмәткеле концерт һәм спектакль өсөн рәхмәттәр әйтеп, ижади уңыштар теләп таралыштылар.