logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Тол ҡатын” драмаһы

“Тол ҡатын” драмаһы

“Театр рампаһы” бәйгеһенә ярашлы киләһе спектаклде Һаҡмар-Наҙарғол ауылының “Йәшлек” театр коллективы сәхнәләштергән Фәнил Әсәновтың “Тол ҡатын” драмаһын ҡараныҡ. Бында беҙҙе яҡты сырай менән клуб мөдире Эльвира апай Юнысова ҡаршы алды.
Хәҙерге мәлдә халыҡты уйынға йәлеп итеүе бик ауыр, һәр кем тулыһынса донъя мәшәҡәтенә бирелгән. Теләгән киноларын, йыр-бейеүҙәрен, өйҙә ултырған килеш, бер кнопкаға баҫып ебәреп кенә ҡарай. Ә шулай ҙа күңелдәренең төбөндә сәнғәткә ҡарата һөйөү йөрөткәндәр байтаҡ ҡына икән был төбәктә. Шуғалыр ҙа спектакль ҡарарға тип залда байтаҡ ҡына тамашасы йыйылған.
Талғын ғына матур көй уйнай … Сәхнә түре спектаклгә ярашлы итеп бик матур биҙәлгән, мөйөштәрәк баҙлап ҡына усаҡ яна, һәр реквизит үҙ урынында… Спектаклде сәхнәгә сығарыусы Эльвира апай Юнысова ролдәрҙе һәр актерҙың характерына тура килтереп бик дөрөҫ бүлгән. Төп ролдәрҙең береһен бик килештереп клуб хеҙмәткәре – Гөлиә Шәрипова уйнаны, ә Маргарита Дәүләткильдина почтальонка ролен башҡарҙы. Уның иптәше Ғәлимйән булып Эльвира апайҙың улы Фәнис Юнысов, 9 синыф уҡыусыһы ғына булыуына ҡарамаҫтан, аҙағынаса бик матур итеп уйнап еткерҙе.
Раушания апай Мөхәмәдйәнова төрлө тамашаларҙа элек-электән ҡатнаша икән. “Миңә йыш ҡына ир кеше булып уйнарға тура килә” – ти йылмайып. Был юлы ла ул бик килештереп Артыҡйән бабай ролен уйнаны. “Ни сәсһәң, шуны урырһың” ти халыҡ мәҡәле. Йәш һәүәҫкәр актерҙар араһында Раушания апайҙың улы Илгиз Мөхәмәдйәнов та бар ине. Йәш кенә булһа ла ул бик килештереп Һылыубикә әбейҙең кесе улы Мансур булып уйнаны.
Әлбиттә спектаклдең сәхнәлә нисек ҡуйылышы иң тәүҙә сәхнәгә сығарыусынан тора. Был йәһәттән инде клуб мөдире маҡтауға лайыҡ. Сөнки яҡшы күрһәткестәр алыр өсөн күп эшләргә, күп тир түгергә кәрәк. Бөгөнгө спектаклдә лә Эльвира апай ике ролде уйнап өлгөрҙө. Иң тәүҙә бик етди колхоз председателе Таңсулпан апай булып килеп сыҡһа, ә һуңғараҡ, әллә ҡайһы ике арала, битенә мыйыҡ һәм һаҡал төшөрөп, бик үк эшләргә яратмаған Мөхитдин ҡарт ролен бик оҫта башҡарҙы. Һылыубикә әбей булып Рима Юнысова беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡты. Бесәнселәрҙе төшкө ашҡа саҡырып, ҡаҙанда бешеп ултырған тел йоторлоҡ тәмле тауыҡ һурпаһы менән ул барыһын да һыйланы (ҡаҙанда ысынлап та ҡаҡланған тауыҡ ине).
Спектакль бөтә тамашасыға ла хуш килде, халыҡ риза булып күтәренке кәйеф менән таралышты.

Район мәҙәниәт йорто методисы
Гөлназ Тимербаева