logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Дәүләтҡәле Хәсәнов исеменә төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһе

3 март көнө район мәҙәниәт йортонда Дәүләтҡәле Хәсәнов исеменә төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Бәйгелә Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡурайсылары көс һынашты. Быйылғы бәйге яңғыҙ башҡарыусылар өсөн ике турҙа үтте.

Икенсе турҙа ҡурайсылар билет буйынса сығыш яһап, бәйге шарты буйынса, үҙенә тәғәйен көйҙөң тарихын һөйләп ишеттерергә һәм уйнап күрһәтергә тейеш ине. Ҡурай байрамында Дәүләтҡәле Хәсәновтың ейәне Хәсән Хәсән улының, ейәнсәре Розалия Мөхәмәтғәле ҡыҙының, бүләһе Арыҫлан Хәсән улының ҡатнашыуы һәм бәйгенең төп бағымсылары булыуы байрамдың мәртәбәһен тағы ла нығыраҡ арттырҙы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика һәм халыҡ-ара ҡурайсылар бәйгеләре лауреаты, профессор, Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Кейекбирҙин Нурғәле Мирғәле улының ҡатнашыуы бәйгегә йәм өҫтәне.

Ансамблдәр араһында еңеүселәр:
1 урын – Сибай ҡалаһының халыҡ ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе Күсәмишев Шамил.
2 урын – Хәйбулла районының Түңгәүер халыҡ ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе Илдар Юнысов.
3 урын – Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе Илнур Аслаев

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында еңеүселәр :
1 урын – Дилмөхәмәтов Риф (Хәйбулла районы)
2 урын – Хәйбуллин Илшат (Баймаҡ ҡалаһы)
2 урын – Ахуньянов Айбулат (Баймаҡ районы)
3 урын – Аслаев Илнур (Баймаҡ ҡалаһы)
3 урын – Кусәмишев Шамил (Сибай ҡалаһы)
3 урын – Ҡансурин Рәүеф (Хәйбулла районы)

Номинацияла еңеүселәр:
Кускильдин Рифат (Хәйбулла районы)
Ильясов Хәйҙәр (Хәйбулла районы)
Ишмөхәмәтов Миңтимер (Баймаҡ районы)