logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡояш ғүмере теләйем

Ҡояш ғүмере теләйем

1 марттан 8 мартҡа тиклем Иләс мәҙәниәт йортонда 2 сара үткәрелде. 7 март көнө 8 март Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Ҡояш ғүмере теләйем ” тип аталған байрам концерты ҡуйылды. Йәштәрҙең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре ҡатын-ҡыҙҙарға арналған матур шиғырҙар менән үрелеп барҙы.Халыҡ бик күп йыйылды. Концерттан һуң ҡатын-ҡыҙҙар рәхәтләнеп бейеп, уйнап таралышты. Концерт барыһына ла бик оҡшаны.

8 март көнө йәштәр өсөн байрам дискотекаһы ойошторолдо. Йәштәр ихлас уйнанылар, бейенеләр.