logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Кешеләге бөтә гүзәллек – ҡояш нурынан һәм әсә һөтөнән

Кешеләге бөтә гүзәллек – ҡояш нурынан һәм әсә һөтөнән

“Кешеләге бөтә гүзәллек-ҡояш нурынан һәм әсә һөтөнән,”-эйе хаҡ һүҙҙәр. Ер йөҙөндә ике “Ҡояш” бар: беренсеһе, беҙгә һәр ваҡыт яҡтылыҡ, нур, йылы биреүсе ҡояш планетаһы, икенсеһе- беҙҙе һәр саҡ алға әйҙәп, нур, көс, йылы өләшеүсе изге, яҡын һөйөклө кешебеҙ- Әсәй! Ҡояшһыҙ бер минут та йәшәй алмайбыҙ, әсәй өйҙә булмаһа, өйҙөң йәме, нуры булмай. Беҙҙе ошо яҡты донъяға тыуҙырған, төн йоҡоларын ҡалдырып тәрбиәләгән, кеше иткән яҡындарыбыҙҙы яратайыҡ, хөрмәт итәйек, ҡәҙерләйек, уларға рәхмәтле булайыҡ! Әсә кеше балаһы өсөн хатта йөрәген өҙөп бирергә әҙер. Әсә йөрәге тураһында бер легенда йәшәй.

Байғусҡар ауыл мәҙәниәт йортонда “Мираҫ” ағинәйҙәр клубы бик уңышлы эшләп килә. Байрам һайын ауыл халҡын үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырып торалар, яңыраҡ ҡына район күләмендә үткәрелгән “Алтын тирмә” конкурсында ҡатнашып 1-се урын яуланылар. 8 март-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған кисәгә бөтә ғаләм ауыл мәҙәниәт йортона ашыҡты: сәхнә байрамса биҙәлгән, сәй табыны әҙер ине, “Мираҫ” ағинәйҙәр клубы етәксеһе Әлфиә Бикмырҙа ҡыҙы концертты асыҡ тип иғлан итте, ошо көндә тыуған көндәрен билдәләүселәрҙе, ауылда “Әсәлек миҙалы” алған ҡатын-ҡыҙҙарҙы: Рәхимова Ғәлиә Әхмәҙулла ҡыҙы, Бикбова Венера Йәнғәле ҡыҙы һәм Баймырҙина Зөһрә Ғәлийән ҡыҙын ҡотлап, уларға концерт номерҙары бағышлап үтелде.

Ауыл китапханасыһы Резеда Ҡолсонбаева әсәләргә арналған “Әсә йөрәге” тураһындағы легенданы йөрәктәрҙе тетрәндерерлек итеп һөйләне. “Мираҫ” фольклор ансамбле “Әсәйемә” һәм “Әсәйем доғалары” йырҙарын бүләк иттеләр. Гөлсөм Дәүләтбирҙина “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем”, Кинйәбикә Юламанова һәм Гөлсиә Ғиләжетдинова башҡарыуында “Туғандарыма” тигән йырҙы бүләк иттеләр. Фольклор башҡарыуында “Наза” һәм “Косилка-молотилка” тигән йырлы-бейеүле таҡмаҡтар тәҡдим иттеләр. Мәҙәниәт йортоноң алыштырғыһыҙ баянсыһы Зөфәр Мәхмүт улы Атанов күңелле көйҙәр бүләк итте.

Концерттан һуң матур итеп күңелле сәй табыны ойошторолдо, ауылыбыҙҙың оло инәйҙәре был байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен белдереп, йәш ваҡыттарын иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп бейеп, күңелдәре күтәрелеп таралыштылар.