Главная » Статьи » Коллективы » Народные» Народный ансамбль кураистов «Тунгаур»

Пропаганда и развитие курая приобрели большой размах. Во всех школах работают кружки по кураю. Преподаватели подготовили целую плеяду кураистов, которая насчитывает более 500 кураистов. Сегодня в районе насчитывается 2 «народных» и 5 «образцовых» детских ансамблей кураистов.

Вот уже несколько лет большое внимание уделяется развитию национального инструмента курая. Успешно функционирует общество «Курай», председателем которого является заслуженный работник культуры Р.Б Юнусов И.А.

”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле 1985 йылдан бирле эшләп килә. Уның етәкселәре булып билдәле ҡурайсы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Зәйнулла Раев, Ришат Аҡбалин, Илдар Юнысов булды, хәҙерге көндә Риф Сәйфулла улы Дилмөхәмәтов атаһы юлын һайлап, Дилмөхәмәтовтар династияһын дауам итеп, етәксе вазифаһын яулай.

”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле ҡурайҙа уйнау үҙенсәлектәрен һаҡлап, уны киләсәк быуынға пропагандалай. Ансамбль район һәм республика конкурстарында һәм байрамдарында ғына ҡатнашып ҡалмай, ә сит өлкәләрҙә һәм илдәрҙә лә үҙҙәренең ҡурай уйнау оҫталыҡтарын күрһәтәләр.

”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле 2003 йылда Йылайыр районында үткән Республика ҡурай байрамында I урынды , ә 2004-2005 йылдарҙа Октябрск ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара ҡурай байрамында II урынды яуланылар.

Һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштар:
- 2006 йылда Йылайыр районында Башҡорт халыҡ инструменттары фестиваль – конкурсында II урын,
- 2006 йылда Хәйбулла районында XI Республика ҡурай конкурсында III урын,
- 2006 йылда Октябрск ҡалаһында Республика ҡурай байрамында III урын,
- 2007 йылда Өфө ҡалаһында фестиваль “Башҡортостан ынйылары” – лауреат,
- 2007 йылда “Халыҡ коллективы” тигән мәртәбәле исем,
- 2008 йылда Өфө ҡалаһында Республика ҡурай конкурсында – актив ҡатнашҡандары өсөн дипломант.

”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең репертуарында башҡорт халыҡ көйҙәре өҫтөнлөк бирә: “Урал”, “Сыңрау торна”, “Ҡаһым түрә”, “Көтөр батыр”, “Шафиҡ”, “Любизар”, “Һалдат маршы”, “Хәйбулла маршы”, “Хәйбулла батыры”, “Турат сағылы” һ.б.

Билдәле импровизатор – ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың һәм башҡорт композиторы Айрат Ҡобағошов көйҙәре ансамблгә ныҡ ярҙам итә, уларҙың көйҙәрен уйнап ”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле төрлө конкурстарҙа яуланылар.


2011 йыл ”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле төрки телле халыҡтар мәҙәниәте халыҡ –ара ойошмаһы (Төрксой) генераль секретариаты уҙғарған “Лавр ” фольклор фестивалендә ҡатнашып ҡайтты. Унда тағы ла Әзербайджан, Ҡаҙаҡстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Ҡабардина – Балҡар һәм Дағстан илдәренән фольклор коллективтары ла ҡатнашҡан. Фестивалдә һәр халыҡ үҙенең милли музыка ҡоралында сығыш яһаған.

Шулай уҡ 2011йыл ансамбль Екатеринбург ҡалаһына өлкә башҡорт фольклор фестиваленә барып ҡайттылар. Улар Свердловск дәүләт өлкә Халыҡ ижади һарайында үҙҙәренең концерт программаһы менән халыҡты хайран иттеләр.

”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең ҡатнашыусылары район музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм ҡурай түңәрәктәре етәкселәре.
Категория: Народные | Добавил: RDK (20.09.2014)
Просмотров: 1020 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar