Главная » 2015 » Март » 21 » "Театр рампаһы"
19:07
Быйыл илебеҙ тарихында мәңге юйылмаҫ эҙ ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тула. Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, “Башҡортостан Республикаһында театр һәм театр эшмәкәрлеге” № 695-3 01.07.2013й. законы нигеҙендә Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт йорто халыҡ театры һәм театр коллективтары араһында “Театр рампаһы” тип аталған фестиваль-конкурс иғлан иткәйне.

Был бәйге етәкселәрҙең һәм ҡатнашыусыларҙың профессиональ оҫталығын үҫтереү, башҡорт халҡының милли тәрбиә традицияларын һаҡлап алып ҡалыу, ролдәрҙе иң оҫта башҡарыусыларҙы табыу, театр коллективтары араһында бәйләнеш булдырыу, уны киләсәктә дауам итеү маҡсатында үткәрелә.

Фестиваль ауыл клубтары һәм ауыл мәҙәниәт йорттары араһында айырым ҡарала һәм ике этапта үтә. Беренсе этапта коллектив етәкселәре ойоштороу комитетына ғариза бирә, ә инде икенсе этапта жюри ағзалары ауылдарға сығып спектакль ҡарай. Бәйгенең шарты буйынса спектакль мотлаҡ һуғыш темаһына арналырға тейеш. Ауыл клубтары өсөн тамашаның оҙонлоғо ҡырҡ минуттан да кәм түгел, ә мәҙәниәт йорттары өсөн – бер сәғәт ярым. Шулай уҡ теманың дөрөҫ һайланылыуы, актерҙарҙың оҫта башҡарыуы, спектаклдең дөрөҫ ҡуйылышы бик мөһим. Фестивалде ябыу тантанаһында театр коллективтарына, ҡуйыусыларға, иң яҡшы актерҙарға дипломдар һәм махсус бүләктәр тапшырыласаҡ.

Бәйгене беренселәрҙән булып Сиҙәм ауылының “Урғаҙа” театр коллективы Ринат Хөсәйеновтың “Изге ялған” исемле драмаһы менән башлап ебәрҙе. Спектакль ауыр булыуға ҡарамаҫтан, актерҙар бик оҫта, тамашасының күңеленә үтеп инерлек итеп уйнанылар, залда хатта күҙ йәшен һөртөп ултырыусылар ҙа булды. Әсә ролен мәҙәниәт йорто директоры Миңниса апай Солтанова бик оҫта итеп үҙе уйнаны.Башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән Гүзәл Балакинаның бик тырышып, үҙенең һүҙҙәрен ятлап почтальонка булып уйнауы маҡтауға лайыҡ. Музыка мәктәбе уҡытыусылары Рәүф Ҡанчурин – лейтенант, Вәзимә Йәнтурина Ленинградтан эвакуацияланған Мария Павловна рольдәрен башҡарҙы. Спектакль тамашасыға бик оҡшаны, халыҡ таралышырға ашыҡманы.

Бер актерҙың ауырып китеүе сәбәпле, Иҫәнгилде ауылынң “Бөрйән” театр коллективы Нәжип Асанбаевтың “Һалдат әсәһе” драмаһынан өҙөк кенә күрһәтә алды. Әсә ролен башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәлиә Бәширова алыштырғыһыҙ итеп уйнаны.




Категория: Мероприятия | Просмотров: 785 | Добавил: РДК | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar