Главная » 2015 » Март » 26 » “Театр рампаһы” дауам итә
16:26
“Театр рампаһы” дауам итә


“Театр рампаһы” бәйгеһенә ярашлы киләһе спектаклде Һаҡмар-Наҙарғол ауылының “Йәшлек” театр коллективы сәхнәләштергән Фәнил Әсәновтың “Тол ҡатын” драмаһын ҡарарға юлландыҡ. Бында беҙҙе яҡты сырай менән клуб мөдире Эльвира апай Юнысова ҡаршы алды.

Хәҙерге мәлдә халыҡты уйынға йәлеп итеү бик ауыр, һәр кем тулыһынса донъя мәшәҡәтенә бирелгән. Теләгән киноларын, йыр-бейеүҙәрен, өйҙә ултырған килеш, бер кнопкаға баҫып ебәреп кенә ҡарай. Ә шулай ҙа күңелдәренең төбөндә сәнғәткә ҡарата һөйөү йөрөткәндәр байтаҡ ҡына икән был төбәктә. Шуғалыр ҙа спектакль ҡарарға тип залда байтаҡ ҡына тамашасы йыйылған.

Талғын ғына матур көй уйнай … Сәхнә түре спектаклгә ярашлы итеп бик матур биҙәлгән, мөйөштәрәк баҙлап ҡына усаҡ яна, һәр реквизит үҙ урынында… Спектаклде сәхнәгә сығарыусы Эльвира апай Юнысова ролдәрҙе һәр актерҙың характерына тура килтереп бик дөрөҫ бүлгән. Төп ролдәрҙең береһен бик килештереп клуб хеҙмәткәре – Гөлиә Шәрипова уйнаны, ә Маргарита Дәүләткильдина почтальонка ролен башҡарҙы. Уның иптәше Ғәлимйән булып Эльвира апайҙың улы Фәнис Юнысов, 9 синыф уҡыусыһы ғына булыуына ҡарамаҫтан, аҙағынаса бик матур итеп уйнап еткерҙе.

Раушания апай Мөхәмәдйәнова төрлө тамашаларҙа элек-электән ҡатнаша икән. “Миңә йыш ҡына ир кеше булып уйнарға тура килә” – ти йылмайып. Был юлы ла ул бик килештереп Артыҡйән бабай ролен уйнаны. “Ни сәсһәң, шуны урырһың” ти халыҡ мәҡәле. Йәш һәүәҫкәр актерҙар араһында Раушания апайҙың улы Илгиз Мөхәмәдйәнов та бар ине. Йәш кенә булһа ла ул бик килештереп Һылыубикә әбейҙең кесе улы Мансур булып уйнаны.

Әлбиттә спектаклдең сәхнәлә нисек ҡуйылышы иң тәүҙә сәхнәгә сығарыусынан тора. Был йәһәттән инде клуб мөдире маҡтауға лайыҡ. Сөнки яҡшы күрһәткестәр алыр өсөн күп эшләргә, күп тир түгергә кәрәк. Бөгөнгө спектаклдә лә Эльвира апай ике ролде уйнап өлгөрҙө. Иң тәүҙә бик етди колхоз председателе Таңсулпан апай булып килеп сыҡһа, ә һуңғараҡ, әллә ҡайһы ике арала, битенә мыйыҡ һәм һаҡал төшөрөп, бик үк эшләргә яратмаған Мөхитдин ҡарт ролен бик оҫта башҡарҙы.

Һылыубикә әбей булып Рима Юнысова беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡты. Бесәнселәрҙе төшкө ашҡа саҡырып, ҡаҙанда бешеп ултырған тел йоторлоҡ тәмле тауыҡ һурпаһы менән ул барыһын да һыйланы (ҡаҙанда ысынлап та ҡаҡланған тауыҡ ине).

Киләһе спектаклде ҡарарға тип беҙ Маҡан ауылына килдек. Мәҙәниәт йортонда ремонт эше барһа ла, клуб мөдире Фәниә апай был саранан да ситтә ҡалманы. Был юлы улар Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Һуңғы миҙал” тип аталған драмаһын сәхнәләштерҙе. Иң оло һуғыш ветераны Сәғәҙәт олатай булып пенсионер Әнүәр олатай Хәкимов уйнаны. Тура ғына, һелкетә баҫып йөрөгән был олатайға ҡарап 86 йәш бирмәҫһең дә. Ә инде Зәкиә инәй Кадаева Мәрхәбә инәй ролен бик килештереп уйнаны, шулай булмай ни, ул бит “Ағинәйҙәр” клубының алыштырғыһыҙ ағзаһы.

Ауылдың мәҙәни тормошода ғаиләләре менән ҡатнашыусыларҙы айырым әйтеп үтергә кәрәк. Өй мәшәҡәттәрен бер аҙ ситкә ҡуйып тороп Йәмил һәм Раушания Кускильдиндар хәрби комиссар һәм журналист ролдәрен башҡарҙылар. Был юлы спектаклдә уҡытыусылар бик әүҙем ҡатнашты. Тәү ҡараштан Сибәғәт булып уйнаған актерға ҡарап, ысын ир кеше уйнай тип әйтерһең, сөнки уҡытыусы Гөлнур Хәлиуллинаның уйнауы профессионал актерҙарҙан артыҡ булмаһа бер ҙә кәм түгел. Атай һәм әсәйҙең пенсияһына ғына йәшәргә өйрәнгән ҡыҙҙары Сәхибә һәм уның иптәше булып уҡытыусылар Гөлзада Килдебаева һәм Юлай Юнысов уйнаны. Уларҙың улы Владик (Альберт Ғәзизов) яңы иномарка алыр өсөн хатта ҡартатаһының һуңғы миҙалын да бирергә әҙер булыуы бик аяныс.



Категория: Мероприятия | Просмотров: 745 | Добавил: РДК | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar