Главная » 2015 » Апрель » 5 » “Театр рампаһы” тамамланды
09:29
“Театр рампаһы” тамамланды


Театр көнө 1961 йылдан билдәләнә. Был көн «Театр – үҙ-ара килешеү һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу сараһы» тигән девиз аҫтында үтте. Ысынлап та, сәнғәтте театрһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Илатҡан да, йыуатҡан да, моңайтҡан да, көлдөргән дә – мөғжизәле театр. Күңелдәрҙе сафландырыусы, йәшәүгә көс-дәрт, илһам биреүсе донъя ул!

27 март көнө Аҡъяр мәҙәниәт йортонда еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Театр рампаһы” асыҡ район фестиваль-бәйгеһенең ябыу тантанаһы үтте. Был көндө ауыл мәҙәниәт йорттарының һәм ауыл клубтарының театр коллективтары үҙҙәренең спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтте. Спектаклдән күренештәр концерт номерҙары менән аралаштырылып ҡуйылды.


Жюри ағазаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Шулай ҙа бер тауыштан киләһе урындар билдәләнде. Аҡъяр мәҙәниәт йортоноң “Таналыҡ” театр коллективы Гран-приға лайыҡ булды, бүләккә 12000 һумлыҡ сертификат алды.
Ауыл мәҙәниәт йорттары араһында:
I – урын “Шоңҡар” театры (Әбүбәкер ауылы)
II – урын “Нур” театры (Маҡан ауылы)
II – урын “Һаҡмар” театры (Ғәлиәхмәт ауылы)
III – урын “Урғаҙа” театры (Сиҙәм ауылы)
III – урын “Һаҡмар” театры (Йәнтеш ауылы)

Ауыл клубтары араһында:
I – урын “Йәшлек” театры (Һаҡмар-Наҙарғол ауылы)
II – урын “Һуңғы миҙал” театры (Юлбарыҫ ауылы)
III – урын “Ҡайтауаз” театры (Оло Арыҫланғол ауылы)

Шулай уҡ Быҙаулыҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Таналыҡ йәйғоро” театр коллективы (етәксеһе С.Аблаева) “Халыҡ традицияларын һаҡлау” номинацияһын, Федоровка мәҙәниәт йортоноң “Катюша” театры – “Яҡшы сәхнә төҙөлөшө” номинацияһын, Иҫәнгилде ауыл клубының “Бөрйән” театры – “Иң оригиналь пьеса” номинацияһын, Байғусҡар мәҙәниәт йортоноң “Йәдкәр” театры – “Театрға тоғро ҡалыу” номинацияһын, Һамар ауылы театры коллективы – “Әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” номинацияһы дипломдары һәм сертификаттар менән бүләкләнделәр.


Ролдәрҙе башҡарыусылар араһында ла киләһе номинациялар билдәләнде:
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” – Эльвира Юнысова (Һаҡмар-Наҙарғол ауылы), Миңниса Солтанова (Сиҙәм ауылы)
“Иң яҡшы төп ролде башҡарыусы” – Әнүәр Хәкимов (Маҡан ауылы), Фәнүр Бигушов (Әбүбәкер ауылы), Зиннур Байбулатов (Аҡъяр ауылы)
“Иң оҫта актриса” – Лилиә Таймасова (Юлбарыҫ ауылы)
“Иң яҡшы бейеү хәрәкәттәрен һалыусы” – Дилә Ишемғолова (Аҡъяр ауылы)
“Икенсе пландағы иң яҡшы актер” – Ирек Ғәлиев (Садовый ауылы)
“Тиҫкәре ролде оҫта башҡарыусы” – Рифат Кускилдин (Аҡъяр ауылы)
“Иң яҡшы ир-егет роле” – Илдар Юнысов (Ғәлиәхмәт ауылы), Байрас Исҡужин (Йәнтеш ауылы) һәм башҡа бик күп дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды.

Ә беҙ иһә барығыҙҙы ла ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ. Илһам шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, башланғыстарығыҙ уңышлы булһын, тамашасы алҡыштары тынмаһын!

Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 924 | Добавил: РДК | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar