Главная » 2015 » Декабрь » 10 » Таштуғай ауылында - һуғым ашы
08:27

Таштуғай ауылында - һуғым ашы

Ауылдарҙа һуғымды һуныраҡ, ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас, ноябрь аҙаҡтарында, декабрь баштарында һуялар. Һуғым һуйыуға, хужанын туғандары һәм күрше-тирәләре саҡырыла. Малдын ите йомшаҡ, таталы булһын өсөн, тыныс, изге күнелле кешенән салдырыу ғәҙәте бар. Һуғым һуйғанда ярҙамлашҡан кешеләрҙе, туғандарын киске ашҡа йыялар. Табын әҙер. Итте турау эше оҫта ҡуллы кешегә бирелә. Ин тәүҙә һәр кешегә тултырманан өлөш таратыла. Тултырма һәр һуғым итендә булырға тейеш.

Ошондай матур байрам - һуғым ашы Таштуғай ауылында үткәрелде. Был сара районда тәүге тапҡыр үткәрелә. Байрамды ойоштороуҙа, үткәреүҙә ауыл ағинәйҙәре ҙур көс һалған. Ағинәйҙәрҙен етәксеһе Фәриғә Күсәкова байрамдын матур, сифатлы килеп сығыуына ҙур өлөш индергән. Һуғым ашына ауыл имамы Факил ағай Күсәков фатиха биргәс, һәр кем хужаларға изге теләктәрен әйтеп, дәррәү ризыктан, һуғым итенән, маҡтай-маҡтай тәмле тултырманан ауыҙ итергә керештеләр. Табын артында йәнле һөйләшеүҙәр ҙә, көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы. Шәхси эшҡыуар Хөсәйен Үтәшев йылҡы малын һимертеү серҙәре менән дә бүлеште. Ҡунаҡтар матур итеп табын йырҙарын йырларға ла, бейешергә лә, мәрәкәләшергә лә, таҡмаҡтар әйтешергә лә өлгөрҙеләр.

Бындай матур йолалар үткәреү, бөгөнгө көндә бик тә кәрәк. Сөнки бындай табындар туғандарҙы, күрше-күләнде тағы ла яҡынайта төшә.  

Малдар унып торһон, һуғымдар көр булһын, ауылда именлек булһын, тип теләйһе генә ҡала был матур байрамды ойоштороусыларға.

Категория: Мероприятия | Просмотров: 782 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar