Главная » 2016 » Сентябрь » 5 » Оло йыйында ҡатанаштыҡ
06:47
Оло йыйында ҡатанаштыҡ

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районынын бер төркөм ағинәйҙәре Башҡортостан Ҡоролтай комитеты ойошторған оло форумда республика ағинәйҙәре ҡоронда ҡатнашты.

Йыйын хозур тәбиғәтле Күгәрсен ерендә – Мораҙым тарлауығында тәбиғәт ҡосағында үтте. Йыйында республиканын ун ике районынан һәм бер нисә ҡалаһынан ағинәйҙәр һәм уларҙын етәкселәре ҡатнашты.

Был саранын маҡсаты булып республика ауылдарындағы проблемаларҙы күтәреү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү, еребеҙҙе, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау, халҡыбыҙҙын йәшәйеш ҡанундарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын киләһе быуындарға тапшырыу.

Йыйында республика етәкселеге вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова, республика ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, күренекле ғалимә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева, Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат Байғусҡаров Зариф Зәкир улы ҡатнашлығында республикабыҙҙын бөгөнгө көнө, киләсәге тураһында асыҡтан асыҡ ихлас күнелдән эшлекле һөйләшеү, йылы мөнәсәбәттә яҡын аралашыу булды. Сығыштарҙа республика халҡының уй - хыялдары, маҡсаттары бер булыуы, халыҡ яҡшылыҡҡа, изгелеккә, берҙәмлеккә, етеш, күркәм йәшәүгә ынтылыуы күренә. Бөтә иғтибар киләсәк быуынды лайыҡлы тәрбиәләрә, еребеҙҙен ышаныслы хужалары итеп үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Шуныһы ҡыуаныслы ябай халыҡ республикабыҙ, илебеҙ етәкселегенә оло ышаныс менән ҡарай, артабан да етәкселектән аҡыллы эштәр көтә. Беҙҙен райондын ағинәйҙәренең эше йыйында бер нисә тапҡыр яҡшы, ынғай яктан телгә алынып китеүе, беҙҙен эшебеҙгә республика кимәлендә оло баһа әлбиттә. Йыйындын ойошҡанлы, юғары кимәлдә үтеүе - район хакимиәте башлығы, район Ҡоролтайы һәм Ағинәйҙәр ҡороноң татыу, берҙәм, килешеп эш итеү һөҙөмтәһе ул. Йыйындын ин мөғжизәле яғы, Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән образының ҡорҙа «ҡатнашыуы», күнелдәргә милләт өсөн ғорурланыу, милләтебеҙгә һоҡланыу, телебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау тойғоларын нығытты.

Йыйында беҙ, ағинәйҙәр, яңы көс, дәрт, илһам алып, ауылыбыҙ өсөн көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы йәлләмәй эшләргә, алдағы һайлауҙарҙа әүҙем, дәррәүем ҡатнашырға әҙер булып ҡайттыҡ. Шундай оло, күркәм, мәртәбәле йыйында беҙгә ҡатнашырға мөмкинселек биргән район хакимиәте етәкселегенә, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтоваға, беҙҙең етәксебеҙ Минзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғооваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уларҙын эштәрендә уныштар теләйбеҙ.

Кәипова Гөлдәр Хәйҙәр ҡыҙы, Сәғит ауылы ағинәйе.

Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 636 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar