Главная » 2016 » Ноябрь » 28 » Н. Вәхитова исеменә беренсе район “Бейеү” бәйгеһе
07:25

Н. Вәхитова исеменә беренсе район “Бейеү” бәйгеһе

23 ноябрь көнө Юлбарыҫ ауылында Н.Вәхитова исеменә беренсе район “Бейеү” бәйгеһе үтте.

Нәтижә Рафиҡ ҡыҙы Вәхитова үҙенен барлыҡ ғүмерен балаларға белем биреүгә һәм мәҙәниәткә бағышлаған кеше. Ул - оҫта мандолинасы, скрипкасы, гармунсы, мөнәжәтсе, таҡмаҡсы, кумбыҙсы, йырсы, бейеүсе лә. Бер кешегә тәбиғәт һәләтте йәлләмәй өйөп биргән. Ул - бихисап бәйгеләр енеүсеһе. Унын исемен мәнгелләштереү маҡсатында унын исеменә йәшәгән ауылы Юлбарыҫта беренсе район “Бейеү” бәйгеһе уҙғарылды.

Бәйгегә мәрхүмәнен балалары, тормош иптәше, тыуғандары, уны ихтирам итеүсе ауылдаштары йыйылды. Н.Вәхитоваға арналған стенд, унын уйнаған музыкаль инструменттарынын, үҙе теккән башҡорт милли кейемдәренен, үҙе эшләгән селтәрҙәренен күргәҙмәһе унын иҫ киткес, һоҡланғыс кеше, күп яҡлы талант эйәһе булғанлығы тураһында һөйләй.

Бейеү бәйгеһенә Ғәлиәхмәт, Йәнтеш, Мәмбәт, Иләс, Ҡараһыу, Сиҙәм, Юлбарыҫ, Быҙаулыҡ, Аҡташ, Первомайка ауылдарынан халыҡ араһынан сыҡҡан профессиональ булмаған бейеүселәрҙен сығыш яһауы шул тиклем ябай, халыҡсан килеп сыҡты. Н.Вәхитова исеменә үткәрелгән бәйгенен тәүге енеүсеһе тип Ғәлиәхмәт ауылынан 65 йәшлек Кужагильдина Фатима билдәләнде.

Жюри рәисе, күп бейеүҙәр бәйгеһе лауреаты Алһыу Юлдашбаеванын “Мөғлифә”, жюри ағзаһы, педагогия ветераны, отличнигы Менәүерә Бохарбаеванын “Ҡарасәс” бейеүҙәре байрамға йәм өҫтөнә йәм өҫтәне. Киләһе йылдарҙа бәйге кинерәк ҡолас алыр, янынан – яны бейеүселәрҙе асыр, бәйгенен абруйы артыр тип өмөтләнәбеҙ.

Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 610 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar