Главная » 2018 » Июнь » 20 » “Милли кейемдәр байрамы”нда ҡатнаштыҡ
09:26

   9 июнь Иләс мәҙәниәт йортоноң “Етегән” халыҡ фольклор ансамбленә Өфөлә уҙғарылған “Милли кейемдәр байрамы”нда ҡатнашырға насип булды. 
    Тамаша Конгрессхолл алдында башланды.Унда ниндәй генә милләт костюмдары күрмәнек икән! Башҡорт, рус, татар ,мари, сыуаш, латыш, еврей, һинд, африка, испан, сегән һ.б. бик күп төрлө костюмдарҙан күҙҙәр ҡамаша. 
   Костюмдар парадын Ф.Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеү ансамбле башланы. Артабан колоннала Башҡортостандың төрлө райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән үҙҙәренең милли костюмдарында килгән ҡунаҡтар урын алды.Тамашала Ҡытай, Һиндостан, Нигериянан килгән студенттар ҙа ҡатнашты. 
     Парад З.Вәлиди урамы буйлап Конгресс-холл артындағы амфитеатрға юл алды. Амфитеатрға ингән ерҙә ҡатнашыусыларҙың иҫәбен алынды һәм Башҡортостан Мәҙәниәт Министрына “Книга реккордов России” танытмаһы тапшырылды. Был матур сарала 1192 кеше ҡатнашты.Тамаша ҡатнашыусыларҙың Дуҫлыҡ хороводы һәм “Ҡурай -fest” фестивале менән тамамланды. 
     

Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 41 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar