Главная » 2015 » Сентябрь » 23 » Ғүмер көҙө яҡынайған һайын, һағындыра йәшлек яҙҙары
14:13

Ғүмер көҙө яҡынайған һайын, һағындыра йәшлек яҙҙары

Тормош – ул театр... Ҙур сәхнәләргә сығып, халыҡ алдында төрлө образдарға инеп, режиссер ышанып тапшырған рольде тамашасыға тулыһынса еткереү бик оло эш. Район мәҙәниәт йортонда тиҫтәләгән йылдар эшләп килгән “Таналыҡ” халыҡ театры тарафынан әҙерләнгән спектакльдәргә, тамашаларға тамашасылар ихлас йөрөй, яратып ҡабул итә. Шундай ҙур уңыштарға өлгәшеүҙә театрҙа төрлө йылдарҙа эшләгән режиссерҙарҙың эше менән бер рәттән театрҙа уйнаған актерҙарҙың да өлөшө ҙур.

«Таналыҡ» халыҡ театрының иң тәжрибәле, олпат актерҙарының береһе Айҙар Сәйфулла улы Ҡоҙабаевтың ошо көндәрҙә “Ғүмер көҙө яҡынайған һайын, һағындыра ғүмер яҙҙары” тип аталған ижад байрамы булып үтте. Айҙар ағай өсөн театр, сәхнә тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә күптән әүерелгән инде.

Айҙар ағай үҙебеҙҙен Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. Атаһы эске эштәр хеҙмәткәре, әсәһе уҡытыусы булып эшләй. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән Айҙарға әсәһе үрнәк тә, маяҡ та булып тора. Уҡытыусы булыуҙы маҡсат итеп ҡуйған егет Өфө ҡалаһынын 9-сы һанлы мәктәбенә уҡырға бара. С.Юлаев исемендәге Мәсәғүт уҡытыусылар институтын, Орск ҡалаһындағы Шевченко педагогия институтын тамамлап юғары белемле белгес Хәйбулла районына ҡайтып төшә. Ауылдарҙа һәм район үҙәгендә уҡытыусы булып эшләй, хеҙмәт осоронда пионерҙар йорто директоры, район ВЛКСМ комитетынын секретаре, КПССтын пропаганда һәм агитация бүлегендә инструктор, байтаҡ йылдар мәғәриф бүлегендә инструктор һәм аҙаҡ мәғәриф бүлеге етәксеһе булып эшләй.

Тормош юлы ҡайҙарға ғына алып барһа ла Айҙар ағай һәр ерҙә сәнғәт менән бергә атлай. Мәктәптә үткәрелгән театр түңәрәктәрендәге тәүге сығыштар сәхнәгә булған ҡыҙыҡһыныуҙы уятып ҡына ҡалмай, тормошоноң мәғәнәһенә әүерелә. Театрҙа тиҫтәләгән рольдәрҙе генә башҡарып ҡалмай Айҙар ағай, китапхана, музей үткәргән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем сығыш яһай.

Был кисәлә Айҙар Сәйфулла улы уйнаған спектакльдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.Ә инде йәш талантлы бейеүселәр Альбина һәм Эмиль Камалетдиновтар башҡарған бейеүҙәр, Республика кимәлендә үткәрелгән йыр моң бәйгеләре лауреаты Гөлфиә Хәләфетдинованың дәртле йыры, шулай уҡ Нәзифә Ҡыҙрасова, Люциә Фәйзуллиналарҙың буләк иткән моңдары байрамға йәм өҫтәп ебәрҙе. Оло йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан Айҙар ағай йәш быуынға остаз, өлгө булып тора.Сәхнәләрҙә илһамланып сығыштар яһай.

Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова, район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Владимир ҡыҙы Шорохова, район үҙәк китапхана директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатовалар еткергән изге теләктәргә, рәхмәт һүҙҙәренә ҡушылып Айҙар ағай менән бергә уҡыған дуҫтары, “Таналыҡ ” халыҡ театрында күп йылдар бергә эшләп килгән ижадташ дуҫтары уның тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтеп үттеләр.

Ижад кисәһе Фәнзил Ибрагимов, Рифат Кускильдин башҡарған “Йәшлек илендә ҡалам” йыры менән тамамланды. Ысынлап та йылдар үтеү менән сәстәргә сал ҡунһа ла күңел һәр саҡ йәшлектә ҡала.

Ғүмерҙең аҡ ҡышына ла

Яҡынайып киләм һаман

Әммә күңелем менән мин

Йән дуҫтарҙы осраштырған

Йәшлек илендә ҡалам.

Район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Юлиә Рәис ҡыҙы Ғәлиева

Категория: Мероприятия | Просмотров: 1013 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar