Главная » 2018 » Апрель » 17 » "Күҙ нурҙарым - ҡорамам"
13:08

  13 апрель Мәмбәт ауылында "Күҙ нурҙарым - ҡорамам" исемле бренд сараһы булып үтте. Ҡорама байрамы ,халҡыбыҙҙың йола кәсептәрен тергеҙеү, ҡул эштәренә һәм сәнғәткә һөйөү уятыу маҡсатында үткәрелде. Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға ярата,ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Беҙҙең көндәрҙә кейеҙ баҫыу, сигеү, бәйләү, ҡорама ҡорау, һәм башҡа шөғөлдәр яңы һулыш кисерә. Ҡорама-башҡорт халҡының ҡул эше, ул онотолорға тейеш түгел. Ҡорама ҡорау ул ижад эше, тик күңел биреп ҡорарға кәрәк, ҡорама йортҡа ҡот биреүсе әйбер.

Буй һуҙманы йәйебеҙ,

Урындыҡтың үренә.

Инәйҙәр ҡунаҡлаһындар

Урындыҡтың түренә.

Халҡыбыҙҙың шөғөлөн,

Һис ҡасан онотмайыҡ,

Ҡорама ҡомартҡыларын

Һәр ваҡыт та һаҡлайыҡ.

  Ҡорама байрамы район кимәлендә үткәрелеп төрлө ауылдарҙан бөтәһе 31 бәйгесе ҡатнашты. Зал һәр береһенең күҙ нурҙары, күңел йылыһы һалып ҡул эштәре менән биҙәлгән .Ҡорамаларҙың ниндәйе генә юҡ! Күҙҙең яуын алып тора, һәр береһе ҡабатланмаҫ эш, төрлө бай фантазиялы, зауыҡлы эштәр. Байғусҡар ауылынан Дәүләтбирҙина Шәһиҙә инәйҙең үҙе килен булып төшкәндәге 62 йыл буйына һаҡланып килгән бирнәһе әлеге көндә лә сағыу төҫөн юғалтмаған. Кемдең генә ҡул эшен алһаң да юғары баһалар менән билдәләрлек. Һәр береһендә төрлө күренеш , күңел йылыһы. Бәйгелә ҡатнашыусылар барыһы ла маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 9 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar