Главная » 2016 » Февраль » 25 » Кәнәшле эш -тарҡалмаҫ
08:09

Кәнәшле эш - тарҡалмаҫ 

Хәйбулла районы аҡһаҡалдарынын һәм ағинәйҙәренен бер төркөмө Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре ойошторған йыйында ҡатнаштылар. Ҡунаҡтарҙы, ихлас күнел менән, күрше ауылдарҙан килгән Йылайыр районы ағинәйҙәре ҡаршы алдылар.

Фойела күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ҡул эштәренен күргәҙмәһе ойошторолған. Боронғо әйберҙәр менән бергә яныса, заманса итеп эшләнгән эштәрҙе лә күрергә мөмкин ине.

Йыйын Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре әҙерләгән “Бәпес күреү” йолаһы менән башланып китте.

Артабан сәхнә түренә Хәйбулла районы аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре саҡырылып, байрам ике райондын фекер алышыуҙары, эшләгән эштәренә һығымта яһау, артабанғы пландары, уйҙары, маҡсаттары, борсоған мәсьәләлре тураһында һүҙ алып барҙылар. Хәйбулла районынын аҡһаҡалдары Йәнтеш ауылынан Арсланов Радиктын, Быҙаулыҡ ауылынан Ғәйнуллин Камилдын, Антингән ауылынан Азаматов Ишберҙенен, Татыр-Үҙәк ауылынан Юламанов Рауилдын, Яны Украинка ауылынан Кускильдин Фәриттен сығыштары барыһынын да күнеленә хуш килде, эшкә яны дәрт, сәм уятты.

Кәнәштәрҙән һун ике яҡ ағинәйҙәре һәм аҡһаҡалдары сәсәнлектә, мөнәжәт көйләүҙә, ҡобайыр, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа, ҡумыҙ сиртеүҙә, гармунда уйнаүҙа, ойота баҫып бейеүҙә көс һынаштылар.

Хәйбуллалар хужабикәләрҙен ҡунаҡсыллығына, матур бүләктәренә ҡыуанып бөтә алманылар, ҡабат-ҡабат рәхмәт һүҙҙәре әйттеләр. Йыйындын эше ун, файҙалы булһын, тип теләргә генә ҡала.

Осрашыш - күрешеүҙен һунғыһы булмаҫ тип ышанғы килә. Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы тип күршеләрҙе апрель айында Хәйбуллала көтәбеҙ. Кәнәшле эш-тарҡалмаҫ, тигәндәй, һәр саҡ бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, тыуғандар!

Минзифа Ишемғолова-Хәйбулла районы ағинәйҙәре етәксеһе.

Категория: Новости района | Просмотров: 447 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar