Главная » 2018 » Апрель » 13 » Күңелгә яҡтылыҡ өҫтәүсе ижад
08:38

 11 апрель Район мәҙәниәт йортонда үҙәк район китапханалар системаһы тарафынан ойошторолған билдәле яҙыусы, Жәлил Кейекбаев, Рамаҙан Өмөтбаев, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева менән “Күңелгә яҡтылыҡ өҫтәүсе ижад” исемле әҙәби осрашыу кисәһе үтте. 
   Тыуған ерен, ғәзиз телен яратҡан, башҡортобоҙ тарихына мәңгелеккә ғашиҡ һәм тоғро булып, уның хаҡына үҙен аямай хеҙмәт иткән, илгә ҡот өҫтәгән рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы. Билдәле әҙибә, ғүмерен педагогия хеҙмәтенә бағышлаған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы. Меңәрләгән саҡрым юлдар, йоҡоһоҙ төндәр, аҡ ҡағыҙға түгелгән күҙ нурҙары, зиһен һәм күңел көсөргәнешлеге ята һәр әҫәре, һәр китабы артында. 
  Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң башҡорт халҡының хаҡһыҙ рәүештә онотолған шәхестәре – мәғрифәтсе, әүлиә, табип, арҙаҡлы дин әһелдәре тураһында эҙләнеүҙәре башлана. Бер-бер атлы донъя күргән «Мөжәүир хәҙрәт», «Табын иле изгеләре», «Ғабдулла Сәйеди», «Зәйнулла ишан», «Әүлиәләр аманаты» һәм башҡа китаптары халыҡ күңелендә ҙур һөйөү уятты. 
     Барса аңлы кешелек донъяһын борсоған экология темаһы Лира Миңләхмәт ҡыҙы ижадында төп урындарҙың береһен биләй. Илем, халҡым, телем, ерем тип янып йөрөгән шәхестәрҙең иң арҙаҡлыһы ул. Әүлиәләребеҙ хаҡында яҙғанда ла тәбиәғәткә һаҡсыл ҡараш иң беренсе урында. 
  Әҙибәнең “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” исемле повестар йыйынтығы тәбиғәтте, Ер шарын һаҡлауға арналған. Был китап 2014 йылда республика буйынса иң уҡымлы китап тип табылһа, республика күләмендә үткәрелгән “Иң яҡшы башҡорт китабы” конкурсында үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” китабы буйынса әҙерләнгән буктрейлер 1-се урынды алды. 
    Йыйынтыҡҡа ингән һәр бер әҫәр — “Зиләйлүк”, “Бәхетең үҙең менән”, “Вәрәҙекүл аҡсарлағы”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш”, “Ырыҫлытау ыласыны” повестарын экология, илһөйәрлек темаһы берләштерә. Әҙәп, әхләҡ, иман, тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләргә ынтыла һәр китабы аша Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы. 
  Тыуған тәбиғәтебеҙҙе ҡомартҡылай күреп һаҡлау, ҡурсалауға өндәп яҙылған әҫәрҙәре яҙыусының йөрәк әрнеүе менән һуғарылған. “Эй, кешеләр! Ғәзиз әсәгеҙҙәй күреп тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ, һаҡлағыҙ, ҡәҙер итегеҙ, үҙ ерегеҙгә үҙегеҙ хужа булығыҙ. Үҙегеҙ хужа була алмаһығыҙ, ерегеҙгә яттар килеп маҡам ҡорор”, - тип өндәшә Лира Яҡшыбаева. 
    Ер шары, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында чилий философы һәм яҙыусыһы Д. С. Соммэр китабы буйынса төшөрөлгән “Искушение цивилизацией” тип аталған документаль фильмдан өҙөк күрһәтелде. 
  Лира Яҡшыбаева әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемалары аша, уҡыусыларға киләсәккә хәүеф янауын иҫкәртеп, ер-һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға кәрәклекте аңлатып үтте. 
  1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова тамашасылар исеменән Лира Миңлеәхмәт ҡыҙына ҙур рәхмәтен белдереп ижади уңыштар теләне. 
   Әҙибәнең китаптарынан әҙерләнгән “Күңеле – ете төҫлө йәйғор” исемле китап күргәҙмәһе бик йылы ҡабул ителде. 
    Лира Яҡшыбаеваның һәр китабы күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, мауыҡтыра. Был иһә яҙыусының уҡыусыға юл яра белеүенән, һүрәтләү оҫталығынан һәм телмәр байлығынан киләлер. Ҡатын-ҡыҙ нәфислеге менән ижад ителгән әҙәбиәттә Лира Миңлеәхмәт ҡыҙының үҙ нуры, үҙ тауышы, үҙ асышы, үҙ балҡышы бар. Ижады башҡорт әҙәбиәтендә үҙе бер күркәм донъя, юйылмаҫ биҙәк, ошо рухи донъяға йәм, ырыҫ, ҡот биреүсе яҡты яҙмышлы әҙибә.

Источник: Центральная районная библиотека

Категория: Мероприятия | Просмотров: 97 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar