Главная » 2015 » Июнь » 24 » «Юлдаш йыры-2015»
12:17

«Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар преприятиеһы, «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл башынан «Юлдаш йыры-2015» асыҡ республика конкурсы үткәрә.

Положение буйынса Башҡортостан Республикаһынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһынан, хатта башҡа региондарҙан башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаған 16 йәштән 60 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр башҡарыусылар ҡатнаша. 1 марттан 30 майға тиклем конкурстың 1-се туры булды һәм икенсе турға үтеүселәр билдәләнде.

Ошо конкурста беҙҙең райондан да йыр-моңға ғашиҡ Рәсимә Денисламова һәм Гөлфиә Хәләфетдиновалар көс һынашты һәм 2-се турға үттеләр. Уларҙы ҡотлайбыҙ һәм киләһе турҙа ла еңеп сығыуҙарын теләйбеҙ!

Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 1056 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar