Главная » 2015 » Апрель » 13 » Илемде данлай ҡурай
13:44
Илемде данлай ҡурай

10 апрель көнө район мәҙәниәт йортонда данлыҡлы ҡурайсы, халыҡтың йөрәге, халыҡтың үҙе булып йәшәгән шәхестәрҙең береһе ине, башҡорт халҡының данын беренсе булып доньяға таратыусы, яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев традицияһын дауам итеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика конкурстары лауреаты, Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты, Хәйбулла районының почетлы гражданины, бөтөн ғүмерен сәнғәткә бәйләгән, көсөн, һәләтен, дәртен биреп һуңғы көнөнә ҡәҙәр мәҙәниәткә хеҙмәт иткән Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов исеменә балалар араһында “Илемде данлай ҡурай” бәйгеһе үткәрелде. Бәйгелә беҙҙен райондан 6 ҡурай анмсамбелдәре, 12 янғыҙ башҡарыусы ҡатнашты.

Сибай ҡалаһынан йәш, өмөтлө ҡурайсыларҙын килеүе бәйгенең бәҫен арттырҙы. Бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы Сибай ҡалаһынан 7 йәшлек Кинйәбулатов Ильяс үҙенең сығышынан бик ҡәнәғәт булды.
Бәйгене иң беренселәрҙән булып “Үҫәргән” өлгөлө балалар ансамбеленең сығышы башланы. Сығыштарҙың сағыштырмаса, үткән йылғыға ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ, сифатлыраҡ булыуы һөйөнөслө хәл.

Ансамбелдәр араһындағы бәйгенең һөҙөмтәләре:
1 урын- “Үҫәргән” өлгөлө балалар ансамбеле.(Етәксеһе- Юнусов И.А.)
2 урын- “Ялан моңдары” өлгөлө балалар ансамбеле.(Етәксеһе- Ишҡыуатов Н.С.)
3 урын- “Азамат” өлгөлө балалар ансамбеле.(Етәксеһе-Кансурин Р.А.)
3 урын- “Дан” өлгөлө балалар ансамбеле.(Етәксеһе-Ильясов Х.Ф.)
3 урын- “Серле моң” балалар ансамбеле.(Етәксеһе- Валеев Ө.Н.)

17 яңғыҙ башҡарыусының уны икенсе турға сығып, билеттар буйынса һынау тоттолар, үҙенә тәғәйен көйҙөң тарихын һөйләп, уйнап ишеттерҙеләр. Сибай ҡалаһынын йәш ҡурайсылары яҡшы әҙерлек менән һынау тоттолар. Һөҙөмтәлә бәйгенең төп еңеүсеһе лә- Сибай ҡалаһынан 11 йәшлек Буранғолов Әнүәр булды.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында бәйгенең һөҙөмтәләре:

1 урын- Бикбов Байрас (Акъяр ауылы)
2 урын- Сибаев Данил (Сибай ҡалаһы)
2 урын- Сәлихов Тимур (Сибай ҡалаһы)
3 урын- Үзбәков Фәтих (Аҡъяр ауылы)
3 урын- Далхин Ирәндек (Сиҙәм ауылы)
3 урын- Тимербаев Руслан ( Татыр-Үҙәк ауылы).
Йәш ҡурайсыларға афарин тип әйтәбеҙ һәм уңыштар юлдаш булыуын, яңынан-яңы еңеүҙәр, үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

Категория: Фестивали, конкурсы | Просмотров: 851 | Добавил: РДК | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
avatar