Главная » 2018 » Май » 15 » Бәхет хаҡы
09:01
 
ӨФӨЛӘР БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА!
22 май 19.00 сәғ. Хайбулла районы Аҡьяр мәҙәниәт йорто сәхнәһендә данлыҡлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры беҙгә гастролдәре менән юллана. Репертуарҙа иң популяр булған музыкаль мелодрама - Хәлисә Мөҙәрисова пьесаһы буйынса «Бәхет хаҡы» спектаклен алып килә Өфө артистары.
Төп ролде Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡара! Тамашала шулай уҡ Нурия Ирсаева, Светлана Хәкимова, Артур Ҡунаҡбаев, Рәзифә Динмөхәмәтова, Илсөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Хөрмәтулла Утәшев, Фәнис Рәхмәтов, Руслан Хайсаров һәм башҡа артистар ҡатнаша.
Йырлы-моңло, күңелдәрҙе елкендерерлек, халыҡсан спектаклгә рәхим итегеҙ!
 
Билет хаҡы - 400 һум.
Категория: Афиша | Просмотров: 79 | Добавил: RDK | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar