Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Урузбаевский СК» Туҙ һағыҙы

27.10.2015, 14:36
Туҙ һағыҙы


Районыбыҙҙа бренд сараларын дауам итеп Урыҫбай ауылында Туҙ һағыҙын ҡайнатып күрһәттеләр. Байрамға ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ағинәйҙәр, Урыҫбай ауылының бик әүҙем, йыр-бейеүгә маһир халҡы йыйылды. Шулай уҡ ҡунаҡтар Район мәҙәниәт йортонан методистар – Тимербаева Г.З., Ҡоҙабаева В.Д., музыкаль яҡтан биҙәүсе Хәләфетдинова Г.К. булды, Аҡнаҙар һәм Ғәлиәхмәт ауылдарынан килделәр.
Кисәне Нәркәс Айҙашева һәм Гөлсинә Илбәковалар асып ебәрҙеләр. Һуңынан Зәйтүнә Илбәкова менән Рәйлә Искужина туҙҙан һағыҙ ҡайнатып күрһәттеләр. Алдан әҙерләнгән һағыҙҙы, уға ҡушып ҡарағастан ағасынан сүпләп алынған ҡарағас һағыҙын ауылдаштарына, балаларға, килгән ҡунаҡтарға таратып бирҙеләр.
Һағыҙ бигерәк тә яҙ айҙарында йыйылған туҙҙан яҡшыраҡ килеп сыға. Ҡайындың тышҡы ҡатындағы туҙҙы әрсеп таҙалағандан һуң, яңы ғына таҙа туҙҙы күпләп һыҙырып алып, ыуаҡ ҡына өлөштәргә бүлгеләп (тетеп) әҙерәк ҡаймаҡҡа болғап, алдан әҙерләнгән сүлмәктә 2-3 сәғәт дауамында, болғата-болғата ҡайнатырға кәрәк. Һағыҙ әҙер булһа, уны һыуыҡ һыуҙа сайып, матур форма биреп (бүлгеләп) һаҡлайҙар. Әҙ генә ҡыйын була башлаһа, “ҡара һағыҙ”ҙы сәйнәһәң, күп тә үтмәй күңелдең болғаныуы, хатта асыу ҙа баҫыла, яйлап тынысланаһың. Ҡара һағыҙ тештәр өсөн дә, психологик яҡтан да файҙалы. Туҙ¬ҙан булғанғамы, ул ҡайын урмандарын, йәйге бесән ваҡытын, усаҡ яҡҡан мәлдәрҙе иҫләтә...
Башҡорт Википедияһында ҡайын туҙы һағыҙын ҡайнатыу тәртибе былай тип бирелгән: “Ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс тоҡ ҡайын ҡайырыһы кәрәк. Уны урманға барып йәки берәй төҙөлөш барған урында бысылған ҡайын ағасынан йыйып алырға мөмкин. Туҙҙы ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырырға. Был үтә мәшәҡәтле эш, күп ваҡытты ала. Туҙҙарҙы, ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыҡҡыслап һалырға. Ҡаймаҡ яңы ғына айыртылған булһын.
Янғын хәүефен булдырмау өсөн һағыҙҙы йылға буйында ҡайнаталар. Суйынды таба менән ябып, өстағанға ултыртып, усаҡҡа ҡуяһың. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап иреүсе туҙҙы уҡлау кеүегерәк йомро таяҡ менән һаҡ ҡына болғатырға. Ирегән туҙ усаҡҡа сәсрәмәһен. Суйын ныҡ ҡыҙһа, йыш болғатып торорға тура килә. Таяҡты бысратмау мөһим, сөнки ҡом-фәлән йәбешһә, һағыҙҙың сифаты юғала. Уны таҙа сепрәккә һалып тороу фарыз.
Суйын эсендәге иҙмәне мөмкин тиклем йышыраҡ болғатып, туҙҙары һағыҙға әйләнеп иреп бөткәс, уға таҙа һалҡын һыу ҡойоп, күләгәгә ултыртырға. Һыуынғас, ҡулды ҡаймаҡлап, суйын эсендәге һағыҙҙы һыпырып йыйып йомғаҡлап, еүеш сепрәккә төрөп һалырға. Һағыҙ әҙер. Усаҡты яҡшылап һүндергәс, эш тә тамам. Еүеш сепрәккә төрөлгән хуш еҫле ҡайын туҙы һағыҙын өҙөп алып ҡына сәйнәргә. Бындай һағыҙ таҙа, һаулыҡҡа зыяны юҡ. Ул урттағы насар еҫте бөтөрә, теште таҙарта, нығыта, аппетитты аса”.
Кибеттән алынған теләһә ниндәй һаулыҡҡа зарарлы һағыҙҙар менән ашҡаҙанды боҙғансы, туҙ һағыҙын сәйнәһәк, күпкә файҙалыраҡ булыр ине.
Категория: Урузбаевский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 1018 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0