Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Урузбаевский СК» Олонан оло булма

02.10.2015, 09:13
Олонан оло булма


1 октябрь көнө Урыҫбай ауылы клубында Ололар көнөнә арналған матур кисә үтте. Нурлы ҡояш күккә күтәрелгәс, иңдәренә матур шәл һалған инәйҙәр, таяҡҡа таянған олпат олатайҙар клуб яғына юлландылар. Бында уларҙы Әлфиә апай Абдуллина бешергән тәмле бишбармаҡ көтә ине. Һәр-кем хәленән килгәнсе табынға үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан: ул тәмле бәлештәр тиһеңме, тел йоторлоҡ тәмле ҡоймаҡтар, майҙа ҡыҙҙырып бешерелгән йыуасаның еҫе әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып торҙо.
Аш алдынан аят уҡылды, ауыл халҡы, саҡырылған ҡунаҡтар өҫтәл артында үҙ урындарын алды. Бер аҙ тамаҡ туйҙырып алғас Фәнисә апай Зәкирова Муса Пәйғәмбәр мөнәжәтен уҡып ишеттерҙе. Кемуҙарҙан матур йырҙар йырланылар, Раиль ағай Абдуллиндың дәртле бейеү көйҙәренә өҙә баҫып бейеп тә алдылар. Бындай матур сараны үткәреүҙә ағинәйҙәр клубы ағзалары, ҡатын-ҡыҙҙар советы бик ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Категория: Урузбаевский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 680 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0