Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Урнякский СК» Татлы байрам

12.11.2019, 12:30

Әбеш ауылы биләмәһе ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған “Сәк-сәк” байрамында Үрнәк ауылы ла ҡатнашты. Иҫ киткес матур байрам ойошторҙолар. Бында, әлбиттә, биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе фельдшер Рәйсә Күскилдина менән Бәләкәй Арыҫланғол ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Гөлназ Суринаның өлөшө ҙур.

Ә Үрнәктәр үҙҙәрен юҡҡа ғына “Бер йәшлектә,бер ҡартлыҡта” тип атамаған, был ауылдан ҡатнашыусылар 70 йәште үткән ил инәләре. Үҙҙәрене ғүмер буйы оҙата килгән боронғоса рецепт менән бешергәндәр бауырһаҡты. 

Байрам йыр-моңға үрелеп барҙы. Оҫтабикәләр бешереү серҙәре менән бүлеште, бер-береһенең рецептары менән танышты.

Категория: Урнякский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 33 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0