Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Урнякский СК» Сәскәләр байрамы

08.09.2019, 09:26

Мин һөйәм ал сәскәләрҙе,
Ал булған өсөн түгел.
Мин һөйәм шул сәскәләргә
Тиң булған өсөн ғүмер!

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта.

Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тиҙәр. Яҙыусы Ғәлим Дәүләди: «Сәскәләрҙе кеше һатамы ни, сәскәләрҙе бүләк итәләр», – тип яҙҙы. Ысынлап та, сәскә бәйләмен бүләк итһәләр, күңелдәребеҙ күтәрелеп, күҙҙәребеҙ шатлыҡтан янып китә түгелме?
Беҙҙең Үрнәк ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Ошо матурлыҡ яратыусы, уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығында һайлау көнөндә ауылда Сәскәләр байрамы үтте. Был байрамды мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәүилә Ишемғолова тарафынан ойошторолдо.

Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәне, көҙгө муллыҡ – баҡса емештәре лә байрамға йәм өҫтәне. Гөлләмә алып килгән һәр кем үҙенең яратҡан сәскәләре тураһында һөйләне,һүрәт төшөрҙөләр, шиғыр һөйләнеләр, мәҡәл әйтеп, сәскәләр йондоҙнәмәһе менән таныштырып үтте.

Байрамда ярыш-уйындар ҙа ойошторолдо. Ололар, сәскә исемдәре ҡушылған йырҙар башҡарып ярышты. Балалар ҙа үҙҙәре өсөн ойошторолған уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар.
Байрам күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.

Категория: Урнякский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 40 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0