Главная » Файлы » Сельские клубы (С-Я) » Сакмар-Назаргуловский СК» Тормош биҙәге - ҡатын-ҡыҙ

07.03.2017, 14:53

7 март Һаҡмар-Наҙарғол ауыл клубында "Тормош биҙәге - ҡатын-ҡыҙ" байрам концерты үткәрелде. Ауылдың иң бәләкәй ҡыҙҙары, килендәре, ололар концертта актив ҡатнашты.

Балалар " Шатлыҡ" бейеү коллективының "Гөл-баҡса", "Дарьяна", "Камажай", "Бейеүсе ҡыҙ" бейеүҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Ҡыҙҙар башҡарыуында " Әсәй менән гөл ултырттыҡ", "Бәхетлемен" йырҙары, шиғырҙары байрамға йәм өҫтәне.Ауыл клубының "Ләйсән" бейеү коллективы "Һиндостанға сәйәхәт" , "Йәрминкә", "Өҙә баҫайым әле"," Дуҫлыҡ" бейеүҙәрен йылы ҡабул иттеләр. "Иң матуры мин" сценкаһы уңышлы килеп сыҡты, ролдәрҙе Гөлиә Шәрипова, Рита Дәүләткильдина (ҡыҙҙар) һәм Эльвира Юнысова (егет) оҫта уйнанылар.

Рәшиҙә Сәйфуллинаның, "Миләш" вокал төркөмөнөң моңло йырҙары тамашасылар күңеленә хуш килде. "Ҡатын-ҡыҙ бәхете" йыры менән (хор) концерт тамаланды.

Ауыл һәүәҫкәрҙәренең сағыу, йөкмәткеле сығыштары өсөн тамашасыларҙан рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар ағзалары тарафынан байрам сәйе ойошторолды.

Категория: Сакмар-Назаргуловский СК | Добавил: RDK
Просмотров: 415 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0